– Башҡортостан халҡы Өфө трамвай-троллейбус заводынан ҙур һәм һыйҙырышлы ун матур троллейбус алды, – тине тантанала Радий Фәрит улы. – Өфө һәм Стәрлетамаҡ кешеләре уларға яҡшы баһа бирер тип уйлайым. Бығаса ауыр хәлдә булған предприятиеның республика Хөкүмәте ярҙамында ҡабат аяҡҡа баҫырына һәм күберәк заманса машиналар сығара башларына ышанам. Яңы троллейбусты Минск автозаводы менән хеҙмәттәшлектә проектлағандар, ул былтыр ғына Өфө трамвай-троллейбус заводының стратегик партнерына әйләнгән. Өфө заводының генераль директоры Денис Рассадников әйтеүенсә, троллейбус баш ҡала талаптарына яраҡлаштырып эшләнгән.