Бөгөн Өфөлә үткән сәнәғәт форумы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентлыҡ (Росстандарт) етәксеһе Антон Шалаев менән осрашты. Яҡтар республикала еңел сәнәғәт, станоктар эшләү тармаҡтарын үҫтереү, сығарылған тауарҙы сертификациялау мәсьәләләрен тикшерҙе.
"Әле Рәсәйҙең еңел сәнәғәте күтәрелеш кисерә, - тине Антон Шалаев. – Һуңғы 20 йылда беҙ тәүге тапҡыр индустрия кимәлендә тегелә башлаған мәктәп формаһына ҙур ихтыяж булыуын күҙәтәбеҙ. Тик тегеү предприятиелары яртышар йыл буйы тикшереү һөҙөмтәһен көтөргә мәжбүр, сөнки тауарҙың һәр төрөн хәүефһеҙлек стандарттары буйынса сертификациялау кәрәк, ә һынау үҙәктәре Мәскәүҙә урынлашҡан".
Осрашыу ваҡытында Өфөлә төбәк-ара Һынау үҙәге лабораторияһын асырға тәҡдим иттеләр. Ул Башҡортостан һәм тотош Волга буйы федераль округы предприятиелары етештергән туҡымаларға дәүләт сертификацияһы үткәреү менән шөғөлләнәсәк.
- Былтыр ашығыс рәүештә шәхси ҡурсаланыу саралары тегеү буйынса предприятиелар эҙләй башлағас, саҡырыуыбыҙға республиканың бик күп бәләкәй һәм урта ойошмалары яуап бирер тип көтмәгәйнек, - тине Радий Хәбиров. – Ауыр йылда уларға заказдар биреп ярҙам иттек, бөгөн иһә был предприятиелар үҙ тауарҙарын сығарыуҙы арттыра. Көрсөктән хәлһеҙләнеп түгел, ә көслө булып сығабыҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың мартында Башҡортостан Хөкүмәте республикала 2020 - 2024 йылдарҙа еңел сәнәғәтте үҫтереү өсөн өҫтөнлөклө саралар планын раҫланы. Былтыр еңел сәнәғәттең 46 ойошмаһы 100 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы (сеймал һәм материалдар һатып алыу сығымдарының бер өлөшөн субсидиялау өсөн), ә 41 предприятие 60 миллион һум алды (етештереү ҡорамалдары һәм программа тәьминәте сығымдары өлөшөн ҡаплау өсөн).
Эш осрашыуы ваҡытында Радий Хәбиров менән Антон Шалаев шулай уҡ Өфөлә стандартлаштырыу, станоктар эшләү буйынса һынау үҙәген булдырыу мөмкинлеген ҡараны. Ул Рәсәйгә индерелгән барлыҡ сәнәғәт станоктарын тикшереү менән шөғөлләнәсәк. Илдә һанлы программалы станоктар һатыуҙан йылына 120 миллиард һум аҡса килә. Башҡортостан был йәһәттән алдынғы урынды биләй. Республика йылына дөйөм хаҡы 20 миллиард һумға тиклем еткән һанлы программалы станоктар сығара ала.
- Беҙҙең халыҡтың энтузиазмы һәм республика заводтары етәкселәренең хужалыҡлы булыуы арҡаһында Рәсәйҙә станоктар эшләү буйынса бай потенциалды һаҡлап ҡалдыҡ, - тине Радий Хәбиров. - Өфөлә стандартлаштырыу һәм һынау буйынса үҙәктең барлыҡҡа килеүе төбәктең был тармаҡтағы лидерлығын нығытасаҡ ҡына.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.