– Рәсәй сәнәғәт форумы ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки беҙ уны бөтә көстө коронавирус менән көрәшкә ҡаршы йүнәлткән ауыр йылдан һуң үткәрәбеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Шуға күрә барыһынан алда республика предприятиелары етәкселәренә был ябай булмаған йылды бергә үткәнебеҙ, хеҙмәт коллективтарын һаҡлап ҡалғандары, эш тиҙлеген кәметмәгәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Башҡортостанда йыл буйына республика сәнәғәтен һаҡлап ҡалыу, нығытыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалдыҡ. 2020 йыл йомғаҡтары буйынса, сәнәғәт етештереүе индексы 98 процент тәшкил итте. Ә быйылғы март һөҙөмтәләренә ҡарағанда, беҙ көрсөккә тиклемге кимәлгә сығабыҙ.