Иҡтисад
8 Апрель 2021, 16:30

"Ҙур теләк менән старт бирәбеҙ"

Рәсәй сәнәғәт форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикалағы ике юғары технологиялы етештереү ҡеүәтен асты.

Бөгөн Өфөләге ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмәләр үҙәгендә асылған Рәсәй сәнәғәт форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикалағы ике юғары технологиялы етештереү ҡеүәтен асты.
Улар – Стәрлетамаҡтың һанлы программалы идара итеү станоктары эшләүсе “М-Робо” заводы һәм химик продукттар төрөү буйынса заманса линия. Икенсеһен Өфөләге “МВС МЕХАТРОНИКА” компанияһы Түбәнге Тагилдағы “Уралхимпласт – Хоттенес Альбертус” предприятиеһы өсөн әҙерләгән.
Стәрлетамаҡтағы заводтың проектын республиканың Инвестиция комитеты былтыр мартта раҫлағайны. Республика ярҙамы менән “М-Робо” компанияһына Рәсәйҙең Сәнәғәтте үҫтереү фондынан 15 миллион һумлыҡ ташламалы кредит бирелгән, ошо аҡсаға технологик ҡорамалдар һатып алынған. Инвесторҙар дөйөм суммаһы 126 миллион һумлыҡ тағы ике проект әҙерләгән. Компания етәксеһе Павел Алешин Башҡортостан Башлығына гравировкалау-фрезеровкалау станогының тәүге эшләнгән өлгөһөн дә күрһәтте.
– Беҙҙең күптәнге һәйбәт йола бар: бөтә күргәҙмәләр һәм форумдарҙа ниндәй ҙә булһа етештереү ҡеүәтен асабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн дә Рәсәй сәнәғәт форумында “М-Робо” компанияһының станоктар етештереүенә ҙур теләк менән старт бирәбеҙ. “МВС МЕХАТРОНИКА” компанияһы баш ҡаланың Калинин районында урынлашҡан. Ул төрлө шыйыҡ материалдар тултырыу ҡорамалдарын проектлауҙа, етештереүҙә махсуслашҡан. Улар юғары етештереүсәнлекле, хәүефһеҙ.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас