Иҡтисад
9 Апрель 2021, 13:10

Күршеләр ныҡлап тотонған

Тимер Ниәтшиндең был мәҡәләһе ҡыҙыҡһыныу уятмай ҡалманы. Магнитогорск агломерацияһын үҫтереү тураһында күрше төбәктең матбуғат сараларында ла күп яҙалар.

Тимер Ниәтшиндең был мәҡәләһе ҡыҙыҡһыныу уятмай ҡалманы. Магнитогорск агломерацияһын үҫтереү тураһында күрше төбәктең матбуғат сараларында ла күп яҙалар.


“Киске Магнитогорск” сайтында баҫылған мәғлүмәткә ярашлы, Магнитогорск ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Александра Макарова төбәк биләмәһендә агломерация булдырыуҙың Силәбе өлкәһен 2035 йылға тиклем үҫтереү стратегия­һында сағылыуы хаҡында белдерә. Был стратегия 2018 йылдың ноябрендә үк ҡала депутаттары йыйылышы тарафынан раҫланған.
“Беҙҙең стратегияла Силәбе өлкәһенең яҡын-тирәләге райондарында ғына агломерация булдырып ҡалмайынса, Башҡорт­остан­дың айырым муниципалитеттарын индереү ҙә күҙ уңында тотола. Ошоға бәйле мәсьәлә буйынса норматив-хоҡуҡи база юҡ. Магнитогорск агломерацияһын булдырыу процесы һөҙөмтәһендә муниципаль-ара килешеү төҙөлә башланы. “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараның дөйөм принциптары тураһында”ғы 131-се федераль закон ундай мөмкинлекте бирә”, – тип билдәләй ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары.
Шулай итеп, быйыл 3 февралдә Магнитогорск ҡалаһы, Агаповка, Ҡыҙыл, Верхнеурал һәм Ноғайбәк муниципаль райондарында Магнитогорск агломерацияһын булдырыу тураһында муниципаль-ара килешеү төҙөлгән.
Александра Макарова белде­реүенсә, Магнитогорск агломе­рацияһы сиктәрендә Силәбе өлкә­һенең Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан ҡаралған саралар үткәрелә. Тәү сиратта территориаль планлаштырыу, Магнитогорск ҡалаһында транспорт инфраструк­тураһын һәм муниципаль-ара юлдарҙың сифатын яҡшыртыу тураһында һүҙ бара.
“Беҙҙең биләмәләр менән Юл төҙөлөшө һәм Транспорт министр­лыҡтары әүҙем эшләй. 2019 йылдан Магнитогорск “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” федераль программаһында ҡатнаша һәм йыл һайын ошо маҡсатта 150 миллион һум алып тора”, – ти Александра Николаевна.

Чиновник белдереүенсә, икен­сенән, Магнитогорск агломера­цияһын үҫтереү планында “якорлы” объекттар бар – “Притяжение” шәхси проекты һәм уның эргәһендә проектланған ҙур медицина үҙәге, Магнитогорск аэропортын үҙгә­ртеп ҡороу, яңы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны төҙөү, ҡала сүплеген рекультивациялау проекты, уң ярҙағы таҙартыу ҡора­малдарын ремонтлау, Агаповка районында таҙартыу ҡорамалын төҙөү. Шулай уҡ спорт инфраструк­тураһын үҫтереү сараларына ярашлы, Магнитогорскиҙа – 50 метрлыҡ, Ҡыҙыл һәм Агаповка райондарында 25-әр метрлыҡ бассейн төҙөү планлаштырылған.
Күршеләр бының менән сиклә­нергә йыйынмай, улар Магнитогорск агломерацияһының рекреацион системаһын да үҫтерәсәк. Ошо йәһәттән Белорет районында урынлашҡан “Абҙаҡ” ҡала яны комплексына ла иғтибар ҙур, әле ошо маҡсатта 460 миллион һум аҡса бүленгән. Күршеләрҙең планы буйынса, 2021–2023 йылдарға билдәләнгән бурыстарҙы атҡарып сыҡһалар, был йыл әйләнәһенә 17 мең самаһы баланы ял иттереү мөмкинлеген бирәсәк. Шулай уҡ Верхнеурал районында, Ҡарағай­лыла ҡала яны һауыҡтырыу комплексын үҫтереү планлаштырыла. Бында йылына ике мең кешене һауыҡтырыу бурысын ҡуялар. Агаповка районында “Ҡайынлы” һауыҡтырыу базаһын үҫтерәсәктәр. Ул тын алыу ағзаларын дауалау йүнәлешендә эшләй, шуға ла Ноғайбәк һәм Ҡыҙыл райондары халҡы өсөн ял базаһы булып хеҙмәт итер, ти Магнитогорск етәкселеге.
Магнитогорск агломерацияһын үҫтереү Силәбе өлкәһенең көньяҡ өлөшөнә милли проекттарҙы әүҙем йәлеп итер, муниципаль үҙәктәрҙең бөтәһенең дә мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып, финанс сығанаҡтарын ылыҡтырыу һәм биләмәләрҙе үҫтереү планын тормошҡа ашырыу өҫтөндә лә эш алып баралар.
Әлбиттә, бындай отошло ки­лешеүҙәр депутаттар комиссияһын­да ла хуплау алған. “Был бит Магнитогорскиҙың хеҙмәт мигра­цияһын дөрөҫ ойоштороуға, иҡтисади бәйләнештәрҙе һәм туризм ҡеүәтен үҫтереүгә нигеҙ булып тора”, – ти депутаттар комиссияһы рәйесе Олег Ширяев.

Алда Магнитогорск агломера­цияһының муниципаль-ара советын булдырыу маҡсаты тора, унда муниципаль берәмектәрҙең баш­ҡарма һәм һайланған власть орган­дары инәсәк. Ғөмүмән, күршеләр Магнитогорск агломерацияһын үҫтереү йүнәлешенә ныҡлап тотонған.
Шул уҡ ваҡытта металлургтар ҡалаһы беҙҙең республикаға терәлеп тора, унда күпләп милләттәштәребеҙ йәшәй һәм эшләй. Шуға ла күрше төбәктең был биләмәне үҫтереү сәйәсәте уға терәлеп торған Урал аръяғы райондарында йәшәгән халыҡҡа ла туранан-тура ҡағыла, әммә ул үҙгәрештәр беҙҙең дә файҙаға булыр, тип уйлайым, сөнки Башҡортостан Республикаһы менән Силәбе өлкәһе араһында күптән инде дуҫлыҡҡа, үҙ-ара эшлекле хеҙмәттәшлеккә ҡоролған мөнәсәбәттәр булдырылған. Шуға ла күршеләрҙең агломерацияға бәйле эшмәкәрлегендә беҙҙең республикаға ҡағылған мәсьәләләр килеп тыуған осраҡта, улар, һис шикһеҙ, ыңғай хәл ителәсәк.
Магнитогорск ҡалаһының беҙҙең райондар халҡын эш менән тәьмин итеп торған, имен йәшәү мөхитен булдырыуға булышлыҡ иткән мөһим биләмә булыуын да аңларға тейешбеҙ. Ә инде унда кемдең кем булып эшләүе һәр кешенең үҫеш кимәленә, белеменә, булдыҡлы­лығына ҡайтып ҡала. Был осраҡта бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” тип саҡырып яҙған шиғырына ҡолаҡ һалһаҡ, дөрөҫ булыр. Белем һәм хеҙмәт менән генә тормошта матур йәшәп, лайыҡлы урыныңды табырға мөмкин, шуға ла Тимер Ниәт­шиндең йәштәрҙе уҡытыуға иғтибарҙы арттырыу буйынса фекере менән дә килешмәйенсә булмай.

Читайте нас