Иҡтисад
9 Апрель 2021, 13:08

Улар нимә вәғәҙә итә?

Был йүнәлештә сослоҡ, һиҙгерлек һәм тырышлыҡ күрһәтергә кәрәк.

“Магнитогорск агломерацияһының дүрт проекты Рәсәйҙең үҫеш стратегияһына ингән. Ниәткә ярашлы, Магнитогорск агломерацияһы Рәсәйҙең генә түгел, төбәктең дә үҫеш стратегияһын тормошҡа ашырыу инструменты буласаҡ. Шулай уҡ унда, Магнитогорск ҡалаһы һәм Силәбе өлкәһе биләмәләренән тыш, Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһе ерҙәре лә инәсәк. Магнитогорск төбәк-ара агломерацияһына Силәбе өлкәһенән Магнитогорск ҡалаһы, Агапов, Ҡыҙыл, Ноғайбәк, Верхнеурал райондары эләгә, Башҡортостан яғынан – Белорет һәм Сибай ҡалалары, Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Учалы райондары. Агломерация биләмәләрендә йәшәгән халыҡтың дөйөм һаны 865 мең булһа, шуларҙың 618 меңе – ҡала кешеләре” тигән мәғлүмәт менән матбуғатта танышҡайным.
Һанап үтелгән биләмәләрҙең тарихи башҡорт ерҙәре икәне тарихты аҙ-маҙ булһа ла белгән замандаштарыбыҙ өсөн билдәле. 2021 йылда йәшәгән милләттәштә­ребеҙ өсөн был ыңғай ваҡиға тип баһалайым. Тимәк, Рәсәйҙең стратегик үҫеше башҡорт халҡының үҫешен дә күҙ уңында тота. Тарихи ерҙәрҙе бер иҡтисади берәмеккә туплап, унда үҫешкән “агломерация” (agglomero – лат. присоединяю, накопляю) булдыр­маҡсы.

Был яңылыҡ ҡыуандырып ҡына ҡалманы, уйланырға ла мәжбүр итте, сөнки Магнитогорск – Рәсәйҙең бөгөнгө металлургия үҙәге, ә Ырымбур ерҙәрендә борондан (башҡорттоң боронғо бабалары скиф, сармат дәүерҙә­ренән) металл эшкәртеү тармағы үҫешкән булған. Мәғлүм булыуынса, Белорет, Әбйәлил, Учалы ерҙәре төрлө ер аҫты ҡаҙылдыҡ­тарына бик бай. Хатта алмас, уран ятҡылыҡтары ла бар. Теләһәк-теләмәһәк тә, Урал аръяғы республиканың ҡеүәтле металлургия төбәгенә әйләнәсәк. Сибай, Белорет, Учалы, Асҡар, Баймаҡ биләмәләре Рәсәйҙең стратегик үҫеш “трактында” (илдең “Ебәк юлында”) мөһим урын аласаҡ.
Ошо шарттарҙа башҡортҡа нимә эшләргә тигән изге ниәттән ҡайһы бер фекеремде әйтмәксемен:

1. Ауылдарҙа мал ҡараусы, ҡалаларҙа урам һепереүсе, йөк ташыусы, сауҙа итеүсе башҡорттар булып йәшәп кенә беҙгә мәшһүр рудасы Исмәғил Тасимовтың бөгөнгө вариҫы булыу мөмкин түгел. Был агломерацияла Рәсәй буйлап таралған белемле, хәлле, тәжрибәле башҡорттар лайыҡлы урын алырға тейеш.
2. Бөгөндән үк, яңы стратегияға ярашлы, башҡорт йәштәренән металлургия буйынса белгестәр әҙерләү планын төҙөргә һәм Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлаусылар араһынан да уҡырға ебәрергә кәрәк.
3. Сәнәғәт инфраструктураһы, руданы эҙләү, сығарыу, эшкәртеү технологиялары, экология ҡануниә­тенә таянып, башҡорттоң тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәтен иҫәпкә алып эшләнергә тейеш.
4. Агломерацияның Башҡорт­остан­ға ҡағылған өлөшө республика тарафынан контролдә тотолоуы, агломерация етәкселегендә беҙҙең вәкил­дәр лайыҡлы урын биләүе мөһим.
5. Һуңғы осорҙағы тәбиғәткә, ер-һыуға бәйле мәсьәләләр тиҙ арала яйға һалынып, был тарихи эштәрҙе берҙәм, маҡсатҡа ярашлы атҡарырға кәрәк.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең эшсән, илһөйәр быуын ҡартайып өлгөрҙө. Йәшерәк булһаҡ, был үтә яуаплы эшкә ең һыҙғанып тотонор инек. Кемдәндер ҡалъя көтөп ултырыу, “алдандыҡ” тип зарланыу, уңды-һулды айырмай “бөтә бәлә – түрәнән” тип етәкселәрҙе һүгеү кеүек булдыҡһыҙлыҡҡа юл ҡуйырға ярамай. Үҙебеҙ ошо йүнәлештә сослоҡ, һиҙгерлек һәм тырышлыҡ күрһәтергә, уҡырға ынтылырға тейешбеҙ. Шуны ла әйтергә кәрәк: үҫештең ҡурҡынысы юҡ, тик уның аңлы, фәнгә таянып, киләсәкте күҙаллап алып барылыуы мөһим.

Мәләүез ҡалаһы.
Читайте нас