Башҡортостан Хөкүмәте, Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм республиканың Төҙөүселәр ассоциацияһы торлаҡ төҙөлөшө үҫеше өсөн уңайлы шарттар булдырыу тураһындағы оҙайлы ваҡытлы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Ассоциацияның төп мәсьәләләренең береһе – торлаҡ төҙөлөшөн социаль инфраструктура объекттары менән тәьмин итеү мотлаҡ икәнлеген иҫәпкә алып, ҡала төҙөүҙең берҙәм планын булдырыу. Шулай итеп, Өфө мәктәптәрендә уҡыу урындарына ихтыяж 15 меңдән ашып китә. Грамоталы ойоштороу булғанда, был мәсьәләне бер нисә йыл эсендә хәл итергә мөмкин.
"Төбәктә тормош өсөн уңайлы шарттар булдырыу республиканың өҫтөнлөклө мәсьәләләренең береһе булды һәм шулай булып ҡала. Төҙөүселәр менән һөйләшкәндән һуң уларҙың социаль бурыстарҙы үҙҙәренә аласағы тураһында килешелде. Торлаҡ менән бер рәттән, социаль объекттар ҙа күтәреләсәк. Бөгөнгө һөйләшеүҙең һөҙөмтәһе бергәләп эшләү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу булды", - тине Андрей Назаров.
Ул Башҡортостан Хөкүмәтенең төҙөлөш күләмен һәм тиҙлеген арттырыуҙы дәртләндерәсәге хаҡында ла әйтте.
"Өфөлә һәм тотош Башҡортостанда йәшәгәндәрҙең яҡын йылдарҙа социаль объекттарҙың – мәктәптәрҙең, балалар баҡсаларының, дауаханаларҙың, поликлиникаларҙың – тиҙ сафҡа индерелеүенә бәйле ыңғай үҙгәрештәр күрәсәгенә ышанам. Социаль объекттар төҙөү һатыу үҫешенә лә йоғонто яһаясаҡ. Һөҙөмтәлә барыһы ла отошта буласаҡ", - тине Андрей Назаров.
Белешмә өсөн. 2020 йылда Башҡортостанда 2 миллион 455 мең квадрат метр торлаҡ майҙаны сафҡа индерелгән. Был, 2019 йыл менән сағыштырғанда, 3,5 процентҡа күберәк. Ошо күрһәткес буйынса республика Рәсәй Федерацияһында – һигеҙенсе, Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй.