10 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика йортонда урбанистика өлкәһендәге эксперт, “Ҡала проекттары” фондына нигеҙ һалыусы, йәмәғәт эшмәкәре һәм видеоблогер Илья Варламов менән осрашты.
Ул Өфөгә ҡала киңлектәрен формалаштырыу мәсьәләләре буйынса стратегик сессияла ҡатнашыу өсөн килгән. Осрашыуҙа баш ҡала үҫешенең көнүҙәк тенденциялары, уның социаль инфраструктураһын камиллаштырыу хаҡында һөйләштеләр. Республика етәксеһе Радий Хәбиров был эшмәкәрлектең төп йүнәлештәрен һәм мөһим проекттарын билдәләне.
– Ике йыл элек республика Башлығы булып эшләй башлағанда, беҙҙең идара итеү командаһы Башҡортостандың күп район-ҡалаларында балалар өсөн йәрәхәтләнеү хәүефе янамаған майҙансыҡтарҙың, уңайлы туҡталҡа биләмәләренең юҡлығын асыҡланы. Иҫкергән йәмәғәт транспорты ла ҙур проблема ине. Бөгөн халыҡ йәшәгән урындарҙа заманса, таҙа, йәшәү һәм эшләү өсөн уңайлы ҡала элементтарын булдырырға тырышабыҙ, – тип белдерҙе Радий Хәбиров. – “Мэрға 100 кәңәш” тигән китабығыҙҙы уҡыным, бик оҡшаны. Уны, ҡайҙа барғаныбыҙҙы аңлаһындар өсөн, муниципалитет башлыҡтарына өйрәнергә ҡуштым.
Республика Башлығы Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлектең башланыуы хаҡында ла әйтте. Был – киң һәм күп планлы мәсьәлә.
– Юбилейҙың нисек буласағының стратегик күренешен әҙерләнек. Урбанистика өлкәһендәге төрлө белгестәр менән эшләйбеҙ, ҡала проекттарын тормошҡа ашырыуҙың заманса алымдарын өйрәнәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Республика ҡалалары үҫеше институтын ойошторҙоҡ, уға кәңәшсе Ольга Сарапулова етәкселек итә. Федераль конкурстарҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. 2019-2020 йылдарҙа Башҡортостандың 16 муниципалитеты уңайлы мөхит булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурстарында еңеүсе тип танылды. Республикабыҙға тағы килгәндә, тормошҡа ашырған проекттарыбыҙ менән танышыу өсөн ҙур булмаған район-ҡалаларҙы ҡарарға саҡырам.
Блогер Илья Варламов ҡала властарының бындай эштәрҙә урында йәшәгәндәр фекеренә йүнәлеш алыу мөһимлеген, әммә социаль инфраструктура үҫешенең һәм ҡала төҙөлөшө сәйәсәтенең төрлө аспекттары буйынса кешеләрҙең позицияһын формалаштырыу кәрәклеген билдәләне.
– “Мэрға 100 кәңәш” китабын идара итеүселәргә һәм түрәләргә генә түгел, ҡала халҡы өсөн дә яҙҙыҡ. Маҡсат – ҡала төҙөлөшөнөң ҡатмарлы механизмы нисек эшләүен аңлатыу, йәмәғәт ихтыяждарын асыҡлау. Әгәр кешеләр үҙгәртеп ҡороуҙың маҡсаттарын һәм мәсьәләләрен аңламаһа, уларҙы үткәреүе ауыр, – тине Илья Варламов. – Өфөлә транспорт, йәмәғәт киңлектәрен булдырыу йәһәтенән мәсьәләләр күп. Командабыҙ концептуаль тәҡдимдәр әҙерләне. Улар ошо мәсьәләләрҙе хәл итергә ряҙам итәсәк.
Башҡортостан Башлығы Илья Варламовтың позицияһын хупланы.
– Төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырғанда халыҡ менән диалог принцибын алға ҡуям. Идара итеү командаһына ла ошо алымды өйрәтергә тырышам. Бындай аралашыуҙың системалы нигеҙе булһын өсөн төрлө форматтарын ойошторҙоҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров.