Иҡтисад
10 Апрель 2021, 17:30

"Килегеҙ һәм эшләй башлағыҙ!"

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.
“Һуңғы ике йылда инвесторҙар һаны ике тапҡырға артты. Бында республикала йылдам үҫеш биләмәләре ҙур роль уйнаны. Уларҙа эшләгән предприятиелар уңайлы шарттарҙа бизнес төҙөү өсөн преференциялар һәм ташламалар ала.
Беренсе этаптарҙа инвесторҙың сығымдары күп, ә килеменең юҡ икәнлеген аңлайбыҙ. Шуға уларға килемгә льгота бирәбеҙ, милеккә, ергә һалымды түләүҙән азат итәбеҙ, страховка иғәнәләре буйынса тарифтарҙы кәметәбеҙ. Иң мөһиме – килегеҙ һәм эшләй башлағыҙ. Аҙаҡ, байыҡһағыҙ, иҫәпләшербеҙ, әлегә эш урындары булдырығыҙ.
Хәҙер вәкилдәре махсус социаль-иҡтисади биләмә резиденты була алған иҡтисади эшмәкәрлек исемлеген киңәйтергә булдыҡ. Юғиһә килергә теләгәндәр быны эшләй алманы.
Тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар. Ғинуарҙа “Благовещен” махсус социаль-иҡтисади биләмә резиденты өсөн исемлекте арттырҙыҡ. Ошонан һуң яңы ыңғай йүнәлештәр буйынса ун килешеүгә ҡул ҡуя алдыҡ. Шулай итеп, “Клирлайт Рус” компанияһының Благовещенда электр ҡоролмаларын етештергеһе килә. “Баштрансфлот” караптар, люктар, тимер юл вагондары, самолеттар, вертолеттар эшләргә теләй. “Экотехнопарком” ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм утилләштереү, икенсел сеймалды эшкәртеү менән шөғөлләнергә йыйына. Яңы проекттарға төбәк 700 миллион һум тирәһе инвестиция йәлеп итә ала.
Ғинуар аҙағында Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығына “Күмертау” махсус социаль-иҡтисади биләмә резиденты өсөн эшмәкәрлек төрҙәрен киңәйтеүгә заявка бирҙек. Әле ошондай уҡ һорауҙарҙы Бәләбәй һәм Белорет өсөн әҙерләйбеҙ.
Йәнә шуныһы: урындағы властарҙың инвесторҙар менән эште нисек ойоштороуын Республика менән идара итеү үҙәге аша белә алабыҙ. Элек кабинет урындағы түрәләрҙең отчетына таянһа, хәҙер үҙебеҙ мониторинг үткәрәсәкбеҙ. Был мине ҡыуандыра. Хәҙер барыһы ла контролдә буласаҡ”.
Фото: А. Назаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.
Читайте нас