Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов доклад менән сығыш яһаны һәм эшмәкәрлектәре тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Наил Ғәббәсов белдереүенсә, быйыл корпорация компанияны реструктурлаштырыу үткәргән һәм проект менеджерҙары институтын индергән. Ярты йыл эсендә оҙатыу өсөн дөйөм хаҡы 38,3 миллиард һумлыҡ 51 инвестиция проекты ҡабул ителгән.
– Идара итеү системаһы, компанияның финанс-иҡтисади сәйәсәте, уның операциялар эшмәкәрлеге, маркетинг системаһы, персонал менән идара итеү системаһы камиллаштырылды. Компанияның яңы структураһы индерелде, функциялар ҡабатланған бүлектәр юҡҡа сығарылды, яңы бүлектәр булдырылды, - тине ул.
Инвестиция проекттарын оҙатыу бүлеге (проект менеджерҙары) төбәктә инвесторҙың уңайлы шарттарҙа эшләүе мәсьәләһен хәл итә. Инвестиция майҙансыҡтарын булдырыу бүлеге мөлкәт милекселәре менән эшләй, бында дәүләт тә, шәхси кешеләр ҙә инә. Инвестиция майҙансыҡтары берҙәм формаға килтерелгән, 360 форматында (күҙәтеү видеоһы) демонстрация индерелгән.
Финанс-иҡтисади бүлек бизнес-пландар әҙерләй, Хөкүмәт кимәлендәге “Инвестиция сәғәте”нә сығарылған проекттарҙың финанс дәлилләнгәнен анализлай. Бүлек түләүле лә, бушлай ҙа нигеҙҙә эшләй. Мәҫәлән, юл буйы сервисы проекттары буйынса 13 бизнес-план бушлай эшләнгән.
Төҙөлөш бүлеге яңынан формалаштырылған, унда тар белгестәр алынған. Улар инвесторҙарға объекттарҙы төҙөүҙә сифатлы ярҙам күрһәтә.
Үҫеш корпорацияһында мөмкин булған инвесторҙар пулы булдырылған, унда 1000 самаһы бизнес субъекты ингән. Улар республика ғына түгел, бар ил буйлап урынлашҡан. Уларға майҙансыҡтар характеристикаһы, урынлашыу шарттары, ярҙам саралары һәм башҡа тулы мәғлүмәт менән тәҡдимдәр ебәрелә. Шулай уҡ “Алға, Башҡортостан” дайджесы сығарыла, ул барлыҡ власть структуралары, ҡунаҡханалар, махсус форум һәм күргәҙмәләрҙә таратыла.