Иҡтисад
12 Апрель 2021, 12:45

Проект иҡтисади һәм экологик яҡтан файҙалы

Проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә полигондарға сығарылған сүп-сар күләме кәмейәсәк.

Архангель районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, биләмәләрҙе таҙартыу һәм йыйыштырыу тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса ойошторолған сараларҙың мөһим өлөшөн тәшкил итә. Райондағы “Свежий ветер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алдынғы технологияларҙы ғәмәлгә индереү йәһәтенән йылдам эш алып бара. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, былтыр предприятие бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү һәм уларға булышлыҡ итеүҙең муниципаль программаһы нигеҙендә финанс ярҙамы күрһәтеү буйынса конкурста ҡатнаша.
– 2020 йылдың октябрендә сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексын һатып алдыҡ. Декабрҙә Архангел районы хакимиәте “Эксперт Лизинг” йәмғиәте менән төҙөлгән лизинг килешеүе буйынса тәүге иғәнәне ҡаплауға субсидия бирҙе. Был ярҙам һөҙөмтәһендә өҫтәмә рәүештә туғы кешене эшкә алдыҡ. Әле комплекс ҡуйылды, монтаж эше тамамланды. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы уны Ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең территориаль схемаһына индереү менән комплексты ҡуллана башлайбыҙ, – тине “Свежий ветер” йәмғиәте директоры Рафаэль Харисов.
– Проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә полигондарға сығарылған сүп-сар күләме кәмейәсәк, икенсел сеймал алыу мөмкинлеге артасаҡ. Был эш Архангель районы биләмәһен иҡтисади һәм экологик яҡтан һауыҡтырыуға йүнәлтелә. Ул “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә лә хупланды, – тине хакимиәт башлығы урынбаҫары Салауат Фәтҡуллин.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/85732
Читайте нас