Күптән түгел Өфөгә киң билдәле “Сколково” фонды делегацияһының килеүе, республика Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуы, “IQ-парк” юғары технологиялар технопаркы” төҙөлөш майҙансығы менән танышыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ни өсөн был фонд Башҡортостанға айырым иғтибар бирергә булған, уның маҡсаттары нимәлә, “IQ-парк” Башҡортостанға ниндәй файҙа килтерәсәк?
Ул һәләтле йәштәрҙе йәлеп итәсәк
Өфөгә килгәндең тәүге көнөндә “Сколково” фонды делегацияһын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡабул итте, һәм улар бергәләп баш ҡаланың Зәки Вәлиди урамында асыласаҡ “IQ-парк” юғары технологиялар паркы бинаһын ҡараны.
– Был технопаркта яғыулыҡ-энергетика комплексы, мәғлүмәт технологиялары һәм киләсәге өмөтлө башҡа тармаҡтар өсөн инновациялы эшләнештәр буйынса махсуслашҡан юғары технологиялы компаниялар резиденты буласаҡ, – тине уларға Радий Фәрит улы. – Креатив һәм тәжрибә биләмәләре, коворкинг-зоналары, инкубация һәм акселерация программалары ярҙамында ул һәләтле йәштәрҙе ылыҡтырыу үҙәгенә әйләнәсәк.
“Сколково” фондының вице-президенты Юрий Сапрыкин билдәләүенсә, Өфөләге был IQ-парк Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа барлыҡҡа килгән технопарктарҙың иң белдекле структураланғаны буласаҡ. Ул раҫлағанса, технопарк бинаһында технологик эшҡыуарлыҡ өсөн генә түгел, ә креатив нигеҙгә ҡоролған индустрия өсөн дә урын етерлек. “Экосистема ижади кешеләрҙе лә берләштерергә тейеш, әммә “Сколково”ның үҙендә лә, башҡа төбәктәрҙә лә был аҙ, шуға күрә һеҙ һәйбәт өлгө күрһәтә алаһығыҙ”, – тине Юрий Сапрыкин.
Белешмә: IQ-парк (инглизсәнән “intelligence quotient”, йәғни интеллект коэффициенты) – эшҡыуарҙар, стартап, юғары технологиялы компаниялар өсөн күп функциялы биләмә. Уның дизайны һәм эшләү мөмкинлектәре донъя кимәлендә булырға тейеш, шунда ғына уңышҡа өлгәшә аласаҡ. Ул эш форматын ирекле рәүештә һәм тиҙ көйләй ала, бындай биләмә стартап өсөн инкубатор һәм акселераторҙар, үҫеш институттарын булдырыу йәки, киреһенсә, туҡтатыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра.
Башҡа төбәктәр ҙә Өфөгә эшләргә теләй
Буласаҡ технопарк бинаһын ҡарағанда, республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова инновациялар йәлеп итәсәк был үҙәктең платформа үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Комитет рәйесе белдереүенсә, юғары технологиялар өсөн IQ-парк булдырыуға 500 миллион һумға яҡын аҡса бүленәсәк, был яңы ойошманың майҙаны 36 мең квадрат метрҙы алып торасаҡ.
– Беҙҙең фонд Башҡортостан менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, – тине уның вице-президенты. – Республикала инновацияларҙы үҫтереү буйынса әүҙем сәйәсәт үткәрәләр. Инновациялы структура булдырыла, инновациялар буйынса эшмәкәрлеккә финанс ярҙамы арттырыла. Шуныһы айырыуса мөһим: бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың фәнни-техник өлкәлә ҡатнашыуы дәртләндерелә. Фондтың сираттағы төбәк операторының Башҡортостанда эшләй башлауы ла осраҡлы хәл түгел.
IQ-парк резиденттарын төрлө каналдар һәм коммуникациялар буйынса эҙләйҙәр. Әлеге мәлдә резидент булырға теләгәндәрҙән 60 ғариза ҡаралыу өҫтөндә, нигеҙҙә, улар IT йүнәлешендәге компанияларҙан. Шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге төбәк-ара компаниялар менән һөйләшеү бара, уларҙың маҡсаты – Өфөләге IQ-паркта үҙ вәкиллектәрен һәм филиалдарын асыу.
IQ-парк ниндәй проекттарҙы ҡабул итәсәк йәки кемдәргә өҫтөнлөк бирәсәк? “Бындай ҡарарҙар өсөн беҙҙең экспертиза эшмәкәрлеге бар, һәм ул тулы көскә эшләй тип әйтә алам”, – тине Юрий Сапрыкин. Бындай эксперт комиссияларына бер нисә йөҙ белгес инә һәм һәр проектты улар алдан раҫланған күрһәткестәргә ярашлы тикшерә:
1) тәҡдим ителгән проектта башҡаларға ҡарағанда ҙур өҫтөнлөк биргән технология бармы?
2) был проектты тормошҡа ашырыу аҡсалата табыш бирә алырлыҡмы, ул дәүләттең өҫтәмә инвестициялар булдырыу, яңы эш урындары асыу, һалым түләү базаһын киңәйтеү буйынса эшмәкәрлегенә ярҙам итергә һәләтлеме?
3) проект бирәсәк иҡтисади һөҙөмтә киләсәктә нисек күҙаллана, йәғни был продукцияға артабан да ихтыяж булырмы?
Һәр эштең үҙ үлсәмдәре бар
Сәфәр барышында “Сколково” фонды вәкилдәре Өфөләге “Киләсәк фабрикаһы” инновациялы эшҡыуарлыҡ йортонда вице-президент Юрий Сапрыкин етәкселегендә журналистар өсөн брифинг үткәрҙе.
Юрий Сапрыкин, “Сколково” фондының төбәк үҫеше департаментының инновациялы инфраструктура буйынса эшләү етәксеһе Айгөл Шаһиәхмәтова, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова, “Сколково” фондының төбәк үҫеше департаменты етәксеһе Юрий Сибирский Башҡортостанда инновациялы технологияларҙың нисек тормошҡа ашырылыуы, шулай уҡ Өфөлә инновацион командалар эҙләү буйынса “Startup Tour 2021”, “IQ-парк” проекттары тураһында һөйләне. Фондтың Башҡортостан Хөкүмәте, Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты менән берлектә үткәрәсәк сараларының маҡсаттары һәм әһәмиәте лә аңлатылды.
– “Сколково” фонды тураһында матбуғатта йыш яҙыла һәм йыш ҡына уның эшмәкәрлегенә ҡарата баһалар ҡапма-ҡаршы була. Ә һеҙ уның һуңғы йылдарҙағы эшенә ниндәй баһа бирер инегеҙ? – “Башҡортостан” гәзитенең был һорауына Юрий Сапрыкин шулай тип яуап бирҙе:
– Фондтың эшмәкәрлегенә ҡағылышлы ошондайыраҡ һорауҙар күп бирелә. Күп осраҡта барлыҡ йүнәлтелгән ресурс һөҙөмтәләренең шунда уҡ күренеп бармауы ла ихтимал. Беҙҙең эшмәкәрлектәге беренсе үлсәм – инновацион проекттар һаны, күпме юғары технологиялы эш урындары асылыуы, әлеге проекттарға һалынған инвестициялар күләме, был проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙан күпме аҡсалата төшөм алыныуы һәм уның нисек үҫә барыуы. Төшөм тип тәүге сиратта сит ил валютаһындағы күләмде аңлайбыҙ, сөнки яңы продукцияның донъя баҙарындағы көнәркәшлек һәләте һис тә күҙ уңынан ысҡынмаҫҡа тейеш. Әлеге мәлдә беҙҙең Фонд резиденттары булған 300-гә яҡын компания донъя баҙарына эшләй. Һәм, әлбиттә, был проекттарҙы генерациялаған интеллектуаль милек субъекттарының, йәғни ошо йүнәлештәрҙә заманса талаптар буйынса эшләгән белгестәр һанының арта барыуы ла үтә мөһим. Һуңғыһын хатта беренсе урынға ҡуйырға ла мөмкин, сөнки интеллектуаль милек – үҙ илебеҙҙә ҡала торған төп байлыҡ ул.
Яңы технологиялар эшләү һәм коммерциялаштырыуҙы үҫтереү фонды (“Сколково” фонды) менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында инновациялар даирәһендәге хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә 2019 йылдың октябрендә ҡул ҡуйылғайны. Документ Өфөлә инновациялар структураһының яңы объектын – юғары технологиялар паркын, шулай уҡ “Сколково” инновация экосистемаһының эш моделен төбәктә таратыуҙы планлаштырған. Бөгөн шулар тормошҡа ашырыла ла инде.
Брифингта билдәләүҙәренсә, IQ-парк булдырыу ресурстар йәлеп итеү буйынса үтә ҙур һәм ҡатмарлы эш булып тора, шуға күрә бындай әһәмиәтле объект өсөн Башҡортостан кеүек иҡтисади яҡтан көслө һәм бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа ла бирешеп бармаған төбәкте һайларға тура килә.
Белешмә: “Сколково” фонды – яңы технологиялар эшләү һәм коммерциялаштырыу буйынса Мәскәүҙәге заманса ғилми-технологик инновациялар комплексы. Уны төҙөү буйынса “Сколково” инновация үҙәге тураһында”ғы Федераль законға 2010 йылдың сентябрендә ҡул ҡуйыла, төҙөлөш эштәре ошо уҡ йылдың декабрендә башлана. Был объект – Рәсәйҙә нигеҙҙән башлап яңынан төҙөлгән беренсе фән ҡаласығы. Тәүге офисы 2011 йылдың 23 мартында асыла.
Артабан бер йыл эсендә ул 3,5 миллиард һум шәхси инвестицияларҙы йәлеп итеүгә өлгәшә, 13 ҙур сит ил компанияһы менән килешеүҙәр төҙөлә. Йыл аҙағына “Сколково” резиденттары исемлегенә 333 компания инә. 2013 йылдан алып был фонд махсус дәүләт программаһы сиктәрендә үҫә. Уға ярашлы, 2013 йылдан алып 2024 йылға тиклем дәүләт ҡаҙнаһынан финанслауҙың дөйөм суммаһы – 177 миллиард һумға, ә ҡаҙнанан тыш булғаны 570 миллиард һумға етергә тейеш.
Проекттың әҙерлеге былтыр 80 процент тәшкил иткән, бөгөн Сколковола даими нигеҙҙә 730 кеше йәшәй, ә эшләүселәр һаны 16 меңдән аша. Яңыртылған генераль планға ярашлы, 2025 йыл аҙағына, йәғни бөтә объекттарҙы төҙөү тамамланғандан һуң бында 17 мең кеше йәшәр, ә эшләүселәр һаны 80 меңдән ашыр тип күҙаллана.
“Сколково” фондының маҡсаты – Рәсәй биләмәһендә эшләгән һәм Рәсәйҙең ғилми-технологик үҫеш стратегияһына яуап бирә алырлыҡ ғилми-тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнгән компаниялар өсөн махсус иҡтисади шарттар тыуҙырыу.
Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе:
– Бындай проекттарҙың үҙен аҡлауы, йәғни уға тотонолған сығымдарын ҡаплау ваҡыты, ил буйынса уртаса алғанда, 10 йыл тәшкил итә. Беҙ ошо майҙансыҡ үҙ-үҙен биш йылдан аҡлар тип күҙаллайбыҙ. Был капитал һалыуҙарҙы аҡлауға түгел, ә технопарктың ағымдағы эшмәкәрлегенә ҡағыла.
Ошондай проекттар шәхси инвесторҙарҙың аҡсаһын туплауға иҫәп тоторға тейеш. Ҡаҙнанан һалынған һәр һумға шәхси инвесторҙарҙан күпме аҡса йәлеп ителгән? Проекттың ҡаҙнаға йоғонтололоғо шуға ҡарап баһаланасаҡ. Белгестәр планлаштырыуынса, проект эшкә ҡушылғандан һуң биш йыл дауамында уға йыллыҡ килеме биш миллиард һум самаһы булған 130 компания йәлеп ителәсәк, 1,7 мең эш урыны булдырыласаҡ. Формаль булмаған аралашыу өсөн биләмәләре, китапханаһы, медиа-студияһы, концерт майҙансығы, конференц-залы, экомәктәбе, ҡала фермерҙары паркы, асыҡ һауалағы кинотеатры, кванториумы, 360 градуслы панорамаһы, үҫеш институты һәм эшлеклеләр клубы, лабораториялары һәм офистары, сәнәғәт бокстары буласаҡ технопарктың тәүге сираты майҙа, ә икенсе һәм өсөнсө сираттары быйылғы сентябрь һәм декабрҙә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Беҙ технопарктың интерьер күрһәткестәре Сингапурҙың “Fusionopolis”, шулай уҡ “Google” һәм “Yandex” офистары менән ярыша алыр, тип уйлайбыҙ.