Өфөлә ВДНХ-ЭКСПО майҙансығында Рәсәй сәнәғәт форумы һәм “Машиналар эшләү”, “Еңел сәнәғәт”, “Өфөнөң инновация ҡеүәте” махсуслашҡан күргәҙмәләре уҙҙы. Киң масштаблы сарала Рәсәйҙең 12 төбәгенән 120 компания ҡатнашты, шул иҫәптән – Башҡортостандан, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Ленинград, Рязань, Һамар, Свердловск өлкәләренән, Татарстан һәм Удмурт республикаларынан.
Форум өс көн барҙы, унда 20 тармаҡ секцияһы эшләне һәм илдең 15 ҡалаһынан 200-ҙән ашыу спикер сығыш яһаны. Сараларҙа смарт-етештереүҙе, интеллектуаль етештереү системаларын, адаптив технологияларҙы, һанлы машиналар эшләүҙе үҫтереү һәм башҡа темалар тикшерелде.
Форум сиктәрендә Өфө ҡала хакимиәте “Төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм кооперация. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың үҙ-ара хеҙмәттәшлегенең уңышлы кейстары” тигән темаға түңәрәк өҫтәл уҙғарҙы.
– Өфөнөң башҡа төбәктәге тауар етештереүселәр менән кооперация бәйләнештәрен үҫтереү маҡсатында һәм илдәге, донъялағы эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, беҙ былтыр сараларҙы видеоконференция рәүешендә уҙғарыуҙы ғәмәлгә индерҙек, – тине ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Николай Фадеев сығышында. – Бындай кәңәшмәләрҙә Өфө, Омск, Минск, Татарстан һәм Силәбе өлкәһе ҡалаларының эшҡыуарҙары ҡатнашты. Быйыл беҙ сәнәғәт кооперацияһын киңәйтергә ниәтләйбеҙ.
Тәүге сара тамамланыр алдынан Өфө ҡала хакимиәте менән Татарстан Республикаһының Башҡортостандағы даими вәкиллеге араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Рәсәй сәнәғәт форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһап:
– Рәсәй сәнәғәт форумы ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки беҙ уны бөтә көстө коронавирус менән көрәшкә ҡаршы йүнәлткән ауыр йылдан һуң үткәрәбеҙ. Шуға күрә барыһынан алда республика предприятиелары етәкселәренә был ябай булмаған йылды бергә үткәнебеҙ, хеҙмәт коллективтарын һаҡлап ҡалғандары, эш тиҙлеген кәметмәгәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Башҡортостанда йыл буйына республика сәнәғәтен һаҡлап ҡалыу, нығытыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалдыҡ. 2020 йыл йомғаҡтары буйынса, сәнәғәт етештереүе индексы 98 процент тәшкил итте. Ә быйылғы март һөҙөмтәләренә ҡарағанда, беҙ көрсөккә тиклемге кимәлгә сығабыҙ.
Башҡортостан – Рәсәйҙең төп сәнәғәт төбәктәренең береһе, – тине.
Форум барышында Башҡортостан Башлығы республикалағы ике юғары технологиялы етештереү ҡеүәтен асты. Улар – Стәрлетамаҡта һанлы программалы идара итеү станоктары эшләгән “М-Робо” заводы һәм химик продукттар төрөү буйынса заманса линия. Икенсеһен Өфөләге “МВС МЕХАТРОНИКА” компанияһы Түбәнге Тагилдағы “Уралхимпласт – Хоттенес Альбертус” предприятиеһы өсөн әҙерләгән.
Стәрлетамаҡтағы заводтың проектын республиканың Инвестиция комитеты былтыр мартта раҫлағайны. Республика ярҙамы менән “М-Робо” компанияһына Рәсәйҙең Сәнәғәтте үҫтереү фондынан 15 миллион һумлыҡ ташламалы кредит бирелгән, ошо аҡсаға технологик ҡорамалдар һатып алынған. Инвесторҙар дөйөм суммаһы 126 миллион һумлыҡ тағы ике проект әҙерләгән. Компания етәксеһе Павел Алешин Башҡортостан Башлығына гравировкалау-фрезеровкалау станогының тәүге эшләнгән өлгөһөн дә күрһәтте.
Сәнәғәт форумы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентлыҡ (Росстандарт) етәксеһе Антон Шалаев менән осрашты. Яҡтар республикала еңел сәнәғәт, станоктар эшләү тармаҡтарын үҫтереү, сығарылған тауарҙы сертификатлау мәсьәләләрен тикшерҙе.
– Әле Рәсәйҙең еңел сәнәғәте үҫеш кисерә, – тине Антон Шалаев. – Һуңғы 20 йылда беҙ тәүге тапҡыр индустрия кимәлендә тегелә башлаған мәктәп формаһына ҙур ихтыяж булыуын күҙәтәбеҙ. Тик тегеү предприятиелары яртышар йыл буйы тикшереү һөҙөмтәһен көтөргә мәжбүр, сөнки тауарҙың һәр төрөн хәүефһеҙлек стандарттары буйынса сертификатлау кәрәк, ә һынау үҙәктәре Мәскәүҙә урынлашҡан.
Осрашыу ваҡытында Өфөлә Төбәк-ара һынау үҙәге лабораторияһын асырға тәҡдим иттеләр. Ул Башҡортостан һәм тотош Волга буйы федераль округы предприятиелары етештергән туҡымаларға дәүләт сертификатлауы үткәреү менән шөғөлләнәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың мартында Башҡортостан Хөкүмәте республикала 2020 – 2024 йылдарҙа еңел сәнәғәтте үҫтереү өсөн өҫтөнлөклө саралар планын раҫланы. Былтыр еңел сәнәғәттең 46 ойошмаһы 100 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы (сеймал һәм материалдар һатып алыу сығымдарының бер өлөшөн субсидиялау өсөн), ә 41 предприятие 60 миллион һум алды (етештереү ҡорамалдары һәм программа тәьминәте сығымдары өлөшөн ҡаплау өсөн).
Эш осрашыуы ваҡытында Радий Хәбиров менән Антон Шалаев шулай уҡ Өфөлә стандартлаштырыу, станоктар эшләү буйынса һынау үҙәген булдырыу мөмкинлеген ҡараны. Ул Рәсәйгә индерелгән барлыҡ сәнәғәт станоктарын тикшереү менән шөғөлләнәсәк. Илдә һанлы программалы станоктар һатыуҙан йылына 120 миллиард һум аҡса килә. Башҡортостан был йәһәттән алдынғы урынды биләй. Республика йылына дөйөм хаҡы 20 миллиард һумғаса еткән һанлы программалы станоктар сығара ала.
– Беҙҙең халыҡтың энтузиазмы һәм республика заводтары етәкселәренең хужалыҡлы булыуы арҡаһында Рәсәйҙә станоктар эшләү буйынса бай ҡеүәтте һаҡлап ҡалдыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Өфөлә стандартлаштырыу һәм һынау буйынса үҙәктең барлыҡҡа килеүе төбәктең был тармаҡтағы лидерлығын нығытасаҡ ҡына.
Башҡортостан Хөкүмәте төбәктә роботлаштырыуға булышлыҡ итергә һәм робот техникаһы тармағында техника-индереү тибындағы махсус иҡтисади биләмә булдырырға йыйына. Был турала Рәсәй сәнәғәт форумы барышында Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте. Уның белдереүенсә, етештереү кластерҙарын системалы үҫтереү – төбәк сәнәғәтенең өҫтөнлөклө йүнәлеше. Башҡортостанда бөгөндән биш ТОСЭР һәм “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе эшләй.
– Республикала робот техникаһы тармағында махсус иҡтисади биләмә булдырыу планы бар. Шуныһын да билдәләргә кәрәк: иҡтисадты һөҙөмтәле, тотороҡло үҫтереү, инвестиция мөхитен яҡшыртыу өсөн яңы етештереүҙәрҙе арттырыу ғына етмәй, традицион тармаҡтарҙың технологик кимәлен дә күтәрергә кәрәк, – тине Андрей Назаров.
Форумда тағы бер ҡыуаныслы ваҡиға булды – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баш ҡаланың Электр транспорты муниципаль идаралығына яңы маркалы “Горожанин” троллейбустарының асҡыстарын тапшырҙы.
– Башҡортостан халҡы Өфө трамвай-троллейбус заводынан ҙур һәм күп һыйҙырышлы 10 матур троллейбус алды, – тине ошо тантанала Радий Фәрит улы. – Өфө һәм Стәрлетамаҡ кешеләре уларҙы яҡшы баһалар тип уйлайым. Бығаса ауыр хәлдә булған предприятиеның республика Хөкүмәте ярҙамында ҡабат аяҡҡа баҫырына һәм күберәк заманса машиналар сығара башларына ышанам.
Яңы троллейбусты Минск автозаводы менән хеҙмәттәшлектә проектлағандар, ул былтыр ғына Өфө трамвай-троллейбус заводының стратегик партнерына әйләнгән. Өфө заводының генераль директоры Денис Рассадников әйтеүенсә, троллейбус беҙҙең ҡала талаптарына яраҡлаштырып эшләнгән.