Иҡтисад
13 Апрель 2021, 06:24

Хеҙмәт баҙарында хәл яҡшыра

– Былтыр көҙҙән алып хеҙмәт баҙарындағы хәл даими яҡшырыуға табан бара, – тип белдерҙе Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова республика Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә.

– Былтыр көҙҙән алып хеҙмәт баҙарындағы хәл даими яҡшырыуға табан бара, – тип белдерҙе Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова республика Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә.


Теркәлгән эшһеҙлек кимәленең ҡырҡа – биш тапҡырға тиерлек артыуына ҡарамаҫтан, COVID-19 пандемияһы осоронда республиканың хеҙмәт баҙарында эш урындарын күпләп ҡыҫҡартыуҙар булманы, тип билдәләне ул.


– Былтыр көҙҙән башлап хәл яҡшыра. Ошо йылдың 16 мартына ҡарата, Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы үлсәмдәре буйынса иҫәпләнгән эшһеҙҙәр һаны 19 меңгә – 127 меңдән 108 меңгә, ә теркәлгән эшһеҙҙәр 47,5 меңдән ашыу кешегә – 129 меңдән 81,5 меңгә тиклем кәмене, – тине министр. – Һис шикһеҙ, иҡтисадты көйләү, күрелгән саралар һәм мәшғүллек хеҙмәтенең аныҡ эше ыңғай роль уйнаны.


Башҡортостан, 2020 йылдың ноябре – 2021 йылдың ғинуары йомғаҡтарына ярашлы, эшһеҙлек кимәле буйынса төбәктәр рейтингында 36-сы урынды алды. Был хаҡта “Яңылыҡтар” Рәсәй мәғлүмәт агентлығы” хәбәр итте. Пандемия арҡаһында республикабыҙҙа эшһеҙлек кимәле артып, 5,6 процент булғайны. Уҙған йылдың өсөнсө кварталында республикала эш эҙләүҙең уртаса ваҡыты 5,9 ай тәшкил иткән. “Коронавирус пандемияһына бәйле көрсөк Рәсәйҙәге хеҙмәт баҙарына етди кире йоғонто яһаны. Сикләүҙәрҙең бөтөрөлөүе, күпселек предприятиеларҙың ҡәҙимге эш тәртибенә кире ҡайтыуы һөҙөмтәһендә хәл яҡшыра башланы”, – тиелә ошо агентлыҡ тикшереүендә.


2020 йылдың ноябре – 2021 йылдың ғинуары йомғаҡтары буйынса Рәсәй төбәктәренең күпселегендә эшһеҙлек кимәле артып, илдә 5,9 процент тәшкил итте, был иһә бер йыл элеккегә ҡарағанда 1,3 пунктҡа юғарыраҡ.


Эшһеҙлектең иң юғары кимәле – Ингуш, Чечен һәм Тыва республикаларында, ә Ямал-Ненец һәм Ханты-Манси автономиялы округтарында хәл яҡшы.


Фото: m.severpost.ru
Читайте нас