Иҡтисад
13 Апрель 2021, 16:30

Иғтибар үҙәгендә – кадрҙар мәсьәләһе

Республика Башлығы Башҡортостан дәүләт аграр университетында күсмә “Ауыл сәғәте”н үткәрҙе.

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан дәүләт аграр университеты майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктәге агросәнәғәт комплексын кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса күсмә “Ауыл сәғәте”н үткәрҙе.
– Республикалағы агросәнәғәт комплексы әүҙем үҫә. Шуға ҡарамаҫтан, тармаҡ кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә, – тине Радий Хәбиров, кәңәшмәне асып. – Ауыл хужалығын кәрәкле белгестәр менән тәьмин итеү тураһында бергәләп уйланырға тейешбеҙ. Шуға күрә аграр университетта “Ауыл сәғәте”н үткәрәбеҙ. Бында ныҡлы профессорҙар-уҡытыусылар коллективы тупланған, яҡшы уҡытыу-етештереү базаһы булдырылған – юғары класлы белгестәр әҙерләү өсөн бөтә шарттар ҙа бар.
Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ауыл хужалығы етештереүенең йылдам үҫеше ҡул хеҙмәтенең ролен байтаҡҡа кәметеүе, тармаҡтағы процестарҙы механизациялауҙың һәм индустриялаштырыуҙың әһәмиәтен арттырыуы тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, Башҡортостанда агросәнәғәт комплексы предприятиеларына эшкә урынлашҡан йәш белгестәргә 500 мең һум түләү практикаһы һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Республика Башлығы был түләүҙе 750 мең һумға тиклем арттырыу мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.
– Беҙ ошо рәүешле ауыл табиптарына, уҡытыусыларына, тренерҙарына ярҙам күрһәтәбеҙ. Аграрийҙарға ла мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ, – тине ул.
БДАУ ректоры Илдар Ғәбитов белгестәр әҙерләү йәһәтенән университеттың Рәсәйҙәге 54 аграр юғары уҡыу йортоноң тәүге тиҫтәһенә инеүе тураһында һөйләне.
– Башҡортостанда донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәген ойоштороу проекты үҫешкә көслө этәргес бирҙе, – тине ул. – Беҙ республикалағы берҙәм юғары мәктәп когломератында юғары уҡыу йортоноң ғилми-етештереү мөмкинлектәрен асыҡ күрҙек. Экология, йәшел технологиялар, энергияны һаҡлау, селекция һәм генетика – артабанғы үҫештең төп йүнәлештәре бына ошо.
Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Олег Баулин Евразия ғилми-белем биреү үҙәге нигеҙендә юғары уҡыу йорттары кооперацияһының синергетик һөҙөмтәһен билдәләне. “Иннопрактика” институтының кеше ресурсын үҫтереү департаменты етәксеһе, Юғары иҡтисад мәктәбе профессоры Андрей Подольский видеоэлемтә аша Рәсәй йәштәренең ауыл хужалығындағы эшкә мөнәсәбәтен тикшереү йомғаҡтары тураһында һөйләне. Ә Башҡортостан ит компанияһының генераль директоры Ринат Зәйнуллин өлкән курс студенттары диплом алғанды көтөп тормайынса, эш биреүселәр менән хеҙмәт килешеүҙәре төҙөй алһын өсөн Берҙәм карьера үҙәген төҙөү зарурлығын билдәләне.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин республикалағы аграр колледждарҙа белем биреүҙе матди-техник тәьмин итеү һәм “Мәғариф” милли проектында ҡатнашыу хаҡында сығыш яһаны.
“Ауыл сәғәте” аҙағында Шишмә районындағы “Экопрод” кооперативы етәксеһе Вилена Дәүләтова яңы эш башлаған фермерҙар һәм ауыл хужалығы кооперативтары өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы белем биреү курстары ойоштороу мәсьәләһен күтәрҙе. Республика Башлығы Ауыл хужалығы министрлығына апрель аҙағына тиклем ауыл хужалығы кооперативтарына ярҙамдың республика программаһын төҙөүҙе тамамларға һәм ошо мәсьәлә буйынса “Ауыл сәғәте” кәңәшмәһен үткәрергә ҡушты.
– Бөгөн беҙ агросәнәғәт комплексы өсөн кадрҙар әҙерләү темаһын тикшерҙек. Республикала ауыл хужалығында эшләгәндәр һаны йылдан-йыл кәмей. Был объектив тенденция, сөнки технологиялар ҡул хеҙмәтен алмаштыра. Беҙгә был мәсьәләне нисек хәл итеү тураһында уйланырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/140895.html
Сығанаҡ: glavarb.ru
Читайте нас