Иҡтисадта һәр кем килеменән һалым түләй. Хатта эш хаҡынан да иғәнә тотола һәм был бөтә донъяла шулай – дәүләт ҡаҙнаһын тулыландырып тороу зарур. Әммә халыҡтың рәсми теркәлмәй эшләп йөрөгән ҡатламы ла бар. Улар килемгә эйә булһа ла, һалым түләмәй, шул уҡ ваҡытта ҡаҙна иҫәбенә аҫралған бөтә социаль инфраструктуранан бушлай файҙалана.
Тап шуға күрә лә шәхси предприятие асырға йәки яуаплылығы сикләнгән ширҡәт ойошторорға хәленән килмәгәндәргә дәүләт легаль шарттарға күсеү мөмкинлеге тыуҙырҙы. Бизнесты “күләгәнән сығарыу”, шуның иҫәбенә һалым түләү базаһын киңәйтеү, эшҡыуарҙарҙың үҙҙәренә лә социаль таяныу булдырыу (мәҫәлән, Пенсия фондына иғәнә күсереү һәм ҡартлығын тәьмин итеү) бөтә йәмғиәттең мәнфәғәттәренә тап килә. Үҙмәшғүл булып рәсми теркәлеп эшләү, йәғни кеше ялламай ғына шөғөлләнеү уға дүрт процент һалым түләү бурысы ҡуя, ә ойошмалар менән хеҙмәттәшлек иткәндә был күрһәткес алты процент тәшкил итә. Башҡа социаль түләүҙәр йәки отчеттар юҡ. Шул уҡ ваҡытта үҙмәшғүллек менән шөғөлләнгән кешегә ташламалы кредит алыу һәм көтөлмәгән “форс-мажор” тыуа ҡалған осраҡта дәүләт ярҙамына өмөт итеү мөмкинлеге барлыҡҡа килә.
Үҙмәшғүлдәр өсөн махсус һалым режимы булдырыу буйынса пилот проекты Рәсәйҙә 2019 йылдың 1 ғинуарында булдырылғайны. Былтыр 1 июлдән ул бөтә илгә таратылды. Үткән йыл июндә үҙмәшғүлдәр бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына тиңләштерелде, был иһә өҫтәмә ярҙам алыу форсаты тыуҙыра, шул иҫәптән – бизнестың йөкләмәләре буйынса дәүләт һәм муниципаль гарантияһы биреү. Быйыл ғинуарҙа Рәсәй Хөкүмәте бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, үҙмәшғүлдәр өсөн ташламалы кредитҡа ставканы йылына ете процентҡа тиклем төшөрҙө. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса милли проект сиктәрендә ундай кредиттарҙы быйыл 700 миллиард һумға саҡлы биреү күҙаллана. Рәсәйҙең Федераль һалым хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйылғы февралгә илдәге үҙмәшғүл булып теркәлгәндәр һаны 1,7 миллион кешегә еткән.
Эйе, үҙмәшғүлгә бәләкәй бизнесын тыныс ҡына алып барыу мөмкинлеге бар. Шулай ҙа был шөғөл эшҡыуарлыҡҡа һис тә ярҙам итә алмаған проблемаларҙан да азат түгел һәм улар түбәндәгеләр:
1) үҙмәшғүлгә ярҙамсы ялларға ярамай, юғиһә статусын юғалта;
2) эшмәкәрлек төрҙәре сикләнгән. Мәҫәлән, үҙмәшғүл торлаҡҡа ҡарамаған биналарҙы ҡуртымға бирергә хоҡуҡлы түгел. Ә бындай төрҙәге биналарға беҙҙә сауҙа үҙәктәре, офистар, гараждар, кеше йәшәгән осраҡта ла торлаҡ булып танылмаған бүлмәләр ҙә ҡарай;
3) керем буйынса сикләү бар. Үҙмәшғүл статусын һаҡлар өсөн керемең йылына 2,4 миллион һумдан да ашмаҫҡа тейеш;
4) үҙмәшғүлдең пенсия буйынса һәм башҡа фондтарға страховка иғәнәһе күсереп бармауы уның киләсәге өсөн һәйбәт түгел: иғәнә түләмәйһең икән, был фондтарҙың ярҙамына өмөт итеп булмай;
5) элек эшләгән ойошмаһын ул ошо урындан киткәс тә ике йыл буйына хеҙмәтләндерергә хоҡуҡлы түгел. Тимәк, башҡа клиенттар эҙләргә тура килә;
6) әгәр ҙә һалым органы ошо кешенең үҙмәшғүл булып күсеүен һалым түләүҙән ҡасыу тип баһалай икән, уның менән үҙмәшғүллек килешеүен хеҙмәт килешеүе итеп үҙгәртә ала;
7) был тәжрибә 2028 йылға саҡлы ғына дауам итәсәк. Артабан нисек булыр – әлегә бер ҡарар ҙа юҡ. Ул ваҡытҡаса, бәлки, эшҡыуарҙар тулыһынса рәсми теркәлеп эшләгәндәр төрөнә күсер? Бәлки, уларға тормошон үҙгәртергә тура килер.