Иҡтисад
13 Апрель 2021, 13:30

Сәсеүгә – 6,5 миллиард һумлыҡ ташламалы кредит

Быйыл Башҡортостанда сәсеү кампанияһына дөйөм сығым 16,5 миллиард һум күләмендә баһалана.

Быйыл Башҡортостанда сәсеү кампанияһына дөйөм сығым 16,5 миллиард һум күләмендә баһалана, йәғни былтырғыға ҡарағанда 11,6 процентҡа күберәк. Республика ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов әйтеүенсә, сығымдың яртыһынан күберәген льготалы банк кредиттары ярҙамында ҡаплайҙар.
"Вәкәләтле банктар менән берлектәге эште былтыр октябрҙә үк башлағайныҡ. Апрель башланыуға Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы республика аграрийҙарына яҙғы сәсеү эштәренә кредит алыуға 6,5 миллиард һумлыҡ 300 ғаризаны хупланы, әле шуның 4,3 миллиард һумы бирелде", – тине ул.
Шулай уҡ эшкәртеүсе предприятиелар аграрийҙарға буласаҡ уңыш иҫәбенә аҡса биреп тора ала.
Әйткәндәй, 2020 йылға тиклем ҡыҫҡа ваҡытлы льготалы кредиттарҙан һөт эшкәртеү предприятиелары ғына файҙалана ала ине. Хәҙер иһә шәкәр һәм май экстракцияһы заводтарына ла ошондай мөмкинлек бирелә. Быйыл ауыл хужалығы сеймалын эшкәрткән ойошмаларға 4,1 миллиард һумлыҡ ташламалы кредит бирелә. Был аҡсаның ҙур өлөшө аграрийҙарға аванс рәүешендә тапшырыла.
Мәғлүм булыуынса, ҡыҫҡа ваҡытлы ташламалы кредит аграрийҙарға йылына берҙән алып биш процентҡа арттырып түләү шарты менән бирелә, дәүләт вәкәләтле банктарға төп ставканың 90 процентына тиклемен ҡаплай. Кредит алыуға ғариза башта – банк, унан Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан ҡарала.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51280
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Читайте нас