Башҡортостанда былтыр сафҡа индерелгән торлаҡ күләме, 2019 йыл менән сағыштырғанда, 3,5 процентҡа артҡан, ошо осорҙа 2,45 миллион квадрат метр торлаҡ (32 мең фатир) файҙаланыуға тапшырылған. “Башҡортостанстат” хәбәр итеүенсә, республикала һәр мең кешегә ҡарата 610 квадрат метр торлаҡ төҙөлгән.
Халыҡтың үҙ иҫәбенә йәки кредит ярҙамында төҙөгән торлаҡ өлөшө ошо майҙандың 61 процентын тәшкил итә. Был дөйөм майҙаны 1,5 миллион квадрат метрлыҡ 13,7 меңгә яҡын шәхси йорт тигән һүҙ (2019 йылға ҡарағанда, һигеҙ процентҡа күберәк). Девелопер компаниялары дөйөм майҙаны 956,3 мең квадрат метрлыҡ 18,3 мең фатирҙы файҙаланыуға тапшырған, был 2019 йылдағы кимәлдән 2,7 процентҡа аҙыраҡ.
Башҡортостан торлаҡ төҙөү күләме буйынса Волга буйы федераль округында – икенсе, Рәсәйҙә һигеҙенсе урынды биләй. Торлаҡтан тыш, республикала социаль әһәмиәтле объекттарҙы төҙөү уңышлы дауам итә. 2020 йылда бөтәһе 1345 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәптәр, 2800 урынлыҡ балалар баҡсалары, 204 койкалыҡ дауаханалар, тәүлегенә 106 пациентты ҡабул итерлек амбулаториялар һәм поликлиникалар, ике физкультура-һауыҡтырыу комплексы, майҙаны 327 квадрат метрлыҡ спорт залы сафҡа индерелде.
Был күрһәткес тағы ла ҙурыраҡ була алыр ине, әммә ҡайһы бер төҙөлөш ойошмалары алған йөкләмәләрен үтәмәне, һөҙөмтәлә Башҡортостанда әлеге ваҡытта ете меңдән ашыу алданған өлөшсө һәм 125 проблемалы объект иҫәпләнә. Күпселеге Өфөлә һәм Өфө районында урынлашҡан, тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов Хөкүмәттә күптән түгел уҙған кәңәшмәлә.
Былтыр Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы Өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау фонды менән берлектә проблемалы төҙөлөш объекттарын финанслау механизмын ғәмәлгә индереү мөмкинлеген булдырҙы. Йыл йомғаҡтары буйынса, фонд менән бергә 62 объект буйынса мәсьәләләр өйрәнелде, улар 3,5 меңдән ашыу өлөшсөнөң хоҡуҡтарын аяҡҡа баҫтырыу маҡсатын ҡуя.
Фондтың Күҙәтеү советы 53 объектты финанслау тураһында ҡарар ҡабул иткән. 19 объект буйынса граждандарға аҡсалата компенсация түләнә. 700-гә яҡын граждан түләү алған да инде. 2021-2023 йылдарҙа 34 объект төҙөлөп бөтөргә тейеш. Төҙөүсенең бурыстарын республиканың Өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау фонды үҙенә ала.
Федераль фонд менән берлектәге саралар барышында 2021 йылға ике меңдән ашыу зыян күргән өлөшсө иҫәпләнгән 31 объект проблемалы тип раҫланған. Улар – Өфөлә, Салауатта, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Шишмә, Иглин, Учалы, Стәрлетамаҡ райондарында. Ошо объекттар буйынса республиканан 480 миллион һум күләмендә финанслау талап ителә, ти министр урынбаҫары.
– Был сумма бөтә объекттарҙы төҙөүҙе тамамлау мөмкинлегенән сығып иҫәпләнгән, ләкин документтарҙы ҡараған ваҡытта фонд компенсациялар түләү мөмкинлеге тураһында мәсьәләне хәл итергә тейеш, – тине Артем Ковшов.