Башҡортостан дәүләт аграр университетында һыйыр клонлаштырыу (күҙәнәктән тергеҙеү) хәҙер мөғжизә түгел инде, ә ысынбарлыҡ. Әле яралғыларҙың сираттағы партияһын трансплантациялауға әҙерләйҙәр, тип хәбәр итә Дәүләт радио һәм телетапшырыуҙар комитеты. Бындай ысул менән үҫтерелгән һыйырҙар һөттө ике тапҡырға күберәк бирәсәк.
Университеттың ҙур булмаған лабораторияһында тынғыһыҙ эш дауам итә. Экранда – һыйырҙың клонлаштырылған яралғыһы. Бер нисә айҙан хайуандың донъяға килерен көтәләр. Лаборанттар тәжрибәнең уңышлы үтәсәгенә шикләнмәй. Бер йыл эсендә яһалма юл менән һигеҙ быҙау алғандар ҙа инде.
Был проектты аграр университет һәм малсылыҡ компанияһы берлектә тормошҡа ашыра. Киләсәктә үҙәктә йылына ҡырҡ мең яралғы етештереү планлаштырыла.