Быйыл 2 апрелдән Башҡортостанда “Өфө–Күмертау–Өфө” маршруты буйынса ике вагонлы “Орлан” поезы йөрөй башлағайны. Хәҙер юлда үткән ваҡыт икеләтә тиерлек – 3 сәғәт 50 минутҡа тиклем ҡыҫҡарҙы. Әлегә тиклем пассажирҙарға Стәрлетамаҡ станцияһында икенсе поезға күсеп ултырырға һәм алты сәғәттән ашыу ваҡытты юлда үткәрергә тура килә ине.
Әйткәндәй, маршрут ҙур танылыу яулай бара, пассажирҙар һаны 1,5 тапҡырға артҡан. Көн һайын 100-ҙән ашыу пассажир ташыла.
Ошо көндәрҙә Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Айрат Сабиров һәм Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһының генераль директоры Антон Гармаш “Өфө–Күмертау–Өфө” поезының меңенсе пассажиры – БДМУ-ның V курс студенты Юлия Тучкинаға сертификат тапшырҙы. Был көндә ҡыҙ имтихан тапшырып, Мәләүезгә ҡайтып барған була.
Йыл аҙағына тиклем Куйбышев тимер юлы юлға сарыфланған ваҡытты 3 сәғәт 50 минуттан 3 сәғәт 20 минутҡа тиклем ҡыҫҡартырға ниәтләй.
Поездың юл йөрөү теҙмәһе пассажирҙарҙың теләктәрен иҫәпкә алып төҙөлгән. Ул студенттарға ла, социаль учреждениеларға барыусылар өсөн дә уңайлы. Уҡыу йылы барышында уҡыусыларға һәм көндөҙгө бүлек студенттарына ҡала яны поездарында юл йөрөүгә 50 процент ташлама бирелә. Шулай уҡ халыҡтың 10-дан ашыу льготалы категорияһына 1 апрелдән 31 октябргә тиклем юл хаҡына ташлама ҡаралған.
Ә 16 апрелдән пассажирҙар был поездағы билдәле бер урынға алдан бронь һалыу мөмкинлегенә лә эйә. Юл хаҡын ҡулаҡсаһыҙ түләргә була. Бының өсөн вокзалдың өсөнсө ҡатында терминалдар ҡуйылған.