Иҡтисад
14 Апрель 2021, 18:30

Юлдарҙы ремонтлауға аҡса етмәй

Төбәк һәм муниципаль әһәмиәттәге юлдарҙы төҙөү өсөн нормала ҡаралған күләмдең 46 проценты ғына бүленә, йәки унан да әҙерәк.

Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков “Башинформ” агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында республикала юл тармағының етерлек кимәлдә финанс ярҙам алмауы хаҡында белдерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, төбәк һәм муниципаль әһәмиәттәге юлдарҙы төҙөү өсөн республика нормативтары тарафынан ҡуйылған күләмдең 46 проценты ғына бүленә, йәки унан да әҙерәк. Капиталь ремонттан йәки реконструкциянан һуң юл тулыһынса алмаштырылған саҡта, уларҙы 12-24 йылға бер ремонтлайҙар, әгәр ҙә аҫҡы ҡаты яңыртылмаһа - алты-ете йыл һайын.
"Норматив буйынса, һәр юлды алты-ете йыл һайын ремонтларға тейешбеҙ, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улай килеп сыҡмай, 10-15 йылға бер эшләргә тура килә. Был ваҡытҡа соҡорҙар барлыҡҡа килә, йәғни юл таушалып бөтә. Шуға ла соҡорҙо ремонтлау менән генә сикләнәбеҙ. Авария хәүефе тыуҙырған ҡышҡы юлдарҙы ямау - ғәҙәти эш, ул беҙгә ваҡытлыса йөрөү мөмкинлеген бирә", – тине ул.
Виктор Жульков аңлатыуынса, 2013 йылда иҫәпләнгән нормативтарға ярашлы, төбәктәге 13,5 мең саҡрым юлға 8,2-8,3 миллиард һум кәрәк. “Федераль иҫәп буйынса, был саҡрымдар өсөн 15 миллиард һум талап ителә. Федераль өлөшөн алмағанда, беҙҙә юл фонды бюджеты 20 миллиард һум самаһы. Юлдар даими ҡарап тороуҙы талап итә, ә ысынбарлыҡта улай килеп сыҡмай”, – тип ведомство етәксеһе бюджетта аҡса етмәүен аңлатты.
Читайте нас