Иҡтисад
16 Апрель 2021, 18:30

“Башҡортостан үләндәре” иң яҡшы тауар булып танылған

Мәскәүҙә үткән “Продэкспо-2021” халыҡ-ара аҙыҡ-түлек күргәҙмәһендә “Башҡоростан үләндәре” иң яҡшы тауар тип иғлан ителгән.

Мәскәүҙә үткән “Продэкспо-2021” халыҡ-ара аҙыҡ-түлек күргәҙмәһендә “Башҡоростан үләндәре” иң яҡшы тауар тип иғлан ителгән.
Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты башланғысы менән әлеге күргәҙмәлә төбәктән ете компания ҡатнашҡан. Дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа күрһәтелгән даими ярҙам үҙ һөҙөмтәһен бирә. Төбәк предприятиелары үҙ тауарын экспортҡа сығара башланы, даирәһен киңәйтә.
Республика делегацияһы “Башҡортостанда эшләнгән” тигән экспозиция күрһәткән. Бында кондитерҙар, ит аҙығы етештереүселәр, косметика һәм һаулыҡты нығытыу өсөн тауарҙар, бал, экологик яҡтан таҙа үләндәр тәҡдим иткән компаниялар үҙ тауарын күрһәткән.
"Әлеге күргәҙмәгә күп төбәктәрҙән, илдәрҙән вәкилдәр йыйыла. Байтаҡ мәғлүмәт тупланыҡ, хеҙмәттәшлек ептәрен нығыттыҡ. Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалалары менән килешеү төҙөнөк, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Словения илдәренә тауарҙы оҙатыу тураһында һөйләштек", - ти ойошма вәкиле Эвелина Кәримова.
“Продэкспо-2021” күргәҙмәһендә быйыл Рәсәй төбәктәренән 1554 компания, сит илдәрҙән 42 компания ҡатнашҡан.
фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php
Читайте нас