Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Өфөлә сығарылған двигателдәрҙе “Газпром”да файҙаланыу мөмкинлеге буйынса фекер алышыуҙары тураһында яҙып сыҡты.
“Бөгөн республикабыҙ иҡтисады, сәнәғәте өсөн иҫтәлекле көн. “ОДК-УМПО” майҙансығында беҙ “Ростех” дәүләт корпорацияһының генераль директоры урынбаҫары Владимир Владимирович Артяков һәм ошо компаниялағы авиация кластерының индустриаль директоры Анатолий Эдуардович Сердюков, шулай уҡ “Газпром” идараһы рәйесе урынбаҫары Олег Евгеньевич Аксютин менән Өфөлә АЛ-31СТ һәм АЛ-41СТ-25 двигателдәрен етештереүҙе үҫтереү мөмкинлеген тикшерҙек.
Ябай итеп әйткәндә, был хәрби изделиены, йәғни авиацияла ҡулланылған “хәрби” двигателде “Газпром” ихтыяжы өсөн газ ташыу һәм һурҙырыу өсөн файҙаланыуҙы, диверсификациялауҙы аңлата.
Двигателдәрҙе “Газпром”да ҡулланыуҙы киңәйтергә ҡарар иткән йәмғиәт идараһы рәйесе Алексей Борисович Миллерға һәм беҙҙең изделиены танытҡан, уны яңыртыуға, ышаныслылығын арттырыуға һәр яҡлап булышлыҡ иткән өсөн “Ростех” дәүләт корпорацияһы етәкселегенә рәхмәтлемен. “Газпром” өсөн яңы АЛ-41СТ-25 двигателе әүәлгеһенә ҡарағанда ҡеүәтлерәк. Быйыл Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында уны файҙаланыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуясаҡбыҙ. Быларҙың барыһы ла беҙгә инвестиция йәлеп итергә, хәрби производствоны граждан өлкәһендә диверсификацияларға, яңы эш урындары булдырырға ярҙам итә. “ОДК-УМПО” киләсәккә ышаныслы ҡарау өсөн ҙур заказға эйә буласаҡ”, – тип билдәләй республика Башлығы.