Башҡортостандың “Минең эшҡыуарлыҡ” үҙәге белгестәре Бөрө районы йүнселдәренә кәңәштәр бирҙе.
“Минең эшҡыуарлыҡ” үҙәгенең мобиль офисы Бөрө районы йүнселдәре менән осрашыу үткәрҙе. Был урынға сығып осрашыу “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты ярҙамында мөмкин булды.
Сарала үҙәк белгестәре дәүләт ярҙамы саралары һәм уларҙы алыу хаҡында һөйләште. Контроль-күҙәтеү органдары вәкилдәре закондарҙағы үҙгәрештәр хаҡында һөйләште, иҫәпләмәләрҙе тикшереү, тапшырыу тураһындағы көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе. 25 йүнсел шәхсән консультация алды.
"Сара эшҡыуарҙарға ошондай һөйләшеүҙең һәм компетентлы белгестәрҙең ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап биреүенең мөһим икәнлеген асыҡланы", - тип белдергән, осрашыуға һығымта яһап, Бөрө районы бизнес-шерифы Яна Чернышенко.
Республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Рима Бойцова Башҡортостан Хөкүмәтенең төп мәсьәләләренең береһе эшҡыуарлыҡты алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу икәнлеген билдәләгән.
Коронавирус пандемияһы сәбәпле, тәнәфестән һуң мобиль офистың сығыу программаһы ҡайтанан тергеҙелгән. Ошондай һигеҙ сара үткәрелгән. Киләһе сараны 21 апрелдә Межгорьела үткәреү планлаштырылған.