Иҡтисад
16 Апрель 2021, 04:38

Иғтибар үҙәгендә – кадрҙар мәсьәләһе

Ошо көндәрҙә Өфөлә Башҡортостан дәүләт аграр университеты майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктәге агросәнәғәт комплексын кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса күсмә “Ауыл сәғәте”н үткәрҙе.

Ошо көндәрҙә Өфөлә Башҡортостан дәүләт аграр университеты майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктәге агросәнәғәт комплексын кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса күсмә “Ауыл сәғәте”н үткәрҙе.


– Республикалағы агросәнәғәт комплексы әүҙем үҫә. Шуға ҡара­маҫтан, тармаҡ кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә, – тине Радий Хәбиров, кә­ңәшмәне асып. – Ауыл хужалығын кәрәкле белгестәр менән тәьмин итеү тураһында бергәләп уйла­нырға тейешбеҙ. Шуға күрә аграр университетта “Ауыл сәғәте”н үткәрәбеҙ. Бында ныҡлы профес­сорҙар-уҡытыу­сылар коллективы тупланған, яҡшы уҡытыу-етеш­тереү базаһы булдырылған – юғары класлы белгестәр әҙерләү өсөн бөтә шарттар ҙа бар.
Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ауыл хужалығы етештереүенең йылдам үҫеше ҡул хеҙмәтенең ролен байтаҡҡа кәметеүе, тармаҡтағы процестарҙы механизациялауҙың һәм индустриялаштырыуҙың әһә­миә­тен арттырыуы тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, Баш­ҡортостанда агросәнәғәт комплексы предприятиеларына эшкә урын­лашҡан йәш белгестәргә 500 мең һум түләү практикаһы һөҙөмтә­лелеген күрһәтте. Республика Башлығы был түләүҙе 750 мең һумға тиклем арттырыу мөмкин­леген ҡарарға ҡушты.
– Беҙ ошо рәүешле ауыл табип­тарына, уҡытыусыларына, тренер­ҙарына ярҙам күрһәтәбеҙ. Аграрий­ҙарға ла мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ, – тине ул.

БДАУ ректоры Илдар Ғәбитов белгестәр әҙерләү йәһәтенән уни­верситеттың Рәсәйҙәге 54 аграр юғары уҡыу йортоноң тәүге тиҫтә­һенә инеүе тураһында һөйләне.
– Башҡортостанда донъя кимә­лендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәген ойоштороу проекты үҫешкә көслө этәргес бирҙе, – тине ул. – Беҙ республикалағы берҙәм юғары мәктәп конгломератында юғары уҡыу йортоноң ғилми-етеш­тереү мөмкинлектәрен асыҡ күрҙек. Экология, йәшел технологиялар, энергияны һаҡлау, селекция һәм генетика – артабанғы үҫештең төп йүнәлештәре бына ошо.
Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Олег Баулин Евразия ғилми-белем биреү үҙәге нигеҙендә юғары уҡыу йорттары кооперацияһының синергетик һөҙөмтәһен билдәләне. “Иннопрактика” институтының кеше ресурсын үҫтереү департаменты етәксеһе, Юғары иҡтисад мәктәбе профессоры Андрей Подольский видео­элемтә аша Рәсәй йәштәренең ауыл хужалығындағы эшкә мөнә­сәбәтен тикшереү йомғаҡтары тураһында һөйләне. Ә Башҡорт­остан ит компанияһының генераль директоры Ринат Зәйнуллин өлкән курс студенттары диплом алғанды көтөп тормайынса, эш биреүселәр менән хеҙмәт килешеүҙәре төҙөй алһын өсөн Берҙәм карьера үҙәген төҙөү зарурлығын билдәләне.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин рес­публикалағы аграр колледждарҙа белем биреүҙе матди-техник тәьмин итеү һәм “Мәғариф” милли проектында ҡатнашыу хаҡында сығыш яһаны.
“Ауыл сәғәте” аҙағында Шишмә районындағы “Экопрод” кооперативы етәксеһе Вилена Дәүләтова яңы эш башлаған фермерҙар һәм ауыл хужалығы кооперативтары өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы белем биреү курстары ойоштороу мәсьәләһен күтәрҙе. Республика Башлығы Ауыл хужалығы министрлығына апрель аҙағына тиклем ауыл хужалығы кооперативтарына ярҙамдың республика програм­маһын төҙөүҙе тамамларға һәм ошо мәсьәлә буйынса “Ауыл сәғәте” кәңәшмәһен үткәрергә ҡушты.
– Бөгөн беҙ агросәнәғәт комплексы өсөн кадрҙар әҙерләү тема­һын тикшерҙек. Республикала ауыл хужалығында эшләгәндәр һаны йылдан-йыл кәмей. Был – объектив тенденция, сөнки технологиялар ҡул хеҙмәтен алмаштыра. Беҙгә был мәсьәләне нисек хәл итеү тураһында уйланырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Читайте нас