Иҡтисад
16 Апрель 2021, 09:30

Инвестиция порталы камиллаша

Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.

Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.
“Беҙ республиканың инвестиция порталын камиллаштырҙыҡ. Был – эшҡыуарҙар барлыҡ ярҙам саралары менән таныша, үҙ проектын тормошҡа ашырыу өсөн майҙансыҡ һайлай, тармаҡ белгестәре менән онлайн кәңәшләшә, республикала эшҡыуарлыҡты алып барыу өсөн һәр мәғлүмәтте алып була торған урын.
Яңылыҡ нимәлә? investrb.ru порталында “Эшҡыуарҙар” бүлеген яңырттыҡ. Хәҙер бында үҙ эшеңде ойоштороу, уның үҫеше һәм ликвидациялау тураһында белергә, махсус фильтр ярҙамында шәхси ярҙам төрҙәрен һайларға мөмкин – барлығы 100-ҙән ашыу сара тәҡдим ителгән. Эшҡыуарҙарға ярҙам итеү институттары хаҡында ла белергә мөмкин. Улар араһында – Бәләкәй эшҡыуарлыҡ, сәнәғәт үҫеше фонды, Экспортҡа ярҙам үҙәге, микрокредит һәм лизинг компаниялары һәм башҡалар.
Хәҙер порталдан һалым түләүсенең шәхси кабинетына күсергә мөмкин. Дөйөм алғанда, investrb.ru тағы функциональ. Эшҡыуарҙарға уңайлы шарттар булдырыу өсөн дами режимда хеҙмәттәрҙе һанлаштырабыҙ, бар системаларҙы заманлаштырабыҙ”.
Читайте нас