Иҡтисад
16 Апрель 2021, 16:15

Республика сәнәғәте өсөн киң мөмкинлек асыла

16 апрелдә Өфөләге “ОДК-УМПО” нигеҙендә перспективалы проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте.

16 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, “Ростех” дәүләт корпорацияһы генераль директорының беренсе урынбаҫары Владимир Артяков һәм “Газпром” йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары Олег Аксютин перспективалы проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Сара “ОДК-УМПО” нигеҙендә үтте.
Республика етәксеһе үҙ-ара эш итеүҙең яңы форматы Башҡортостан сәнәғәте өсөн киң мөмкинлектәр асыуын билдәләне.
– “ОДК-УМПО” менән “Газпром” йәмғиәте араһындағы хеҙмәттәшлектең мөһим йүнәлештәренең береһе – АЛ-31СТ двигателдәрен “Газпром” предприятиелары эшендә файҙаланыу. Ошо проект энтузиастарының, “ОДК-УМПО” инженерҙарының тырышлығы менән авиацияла ҡулланылған “хәрби” двигателдәр тыныс тормошта яңы перспективаға эйә була. Беҙҙең өсөн был - ҙур ҡаҙаныш. Ул республикала машиналар эшләүҙе үҫтереү өсөн яҡшы мөмкинлектәр тыуҙыра, – тине Радий Хәбиров. – “Ростех” дәүләт корпорацияһы һәм “Газпром” йәмғиәте етәкселегенә Өфөлә АЛ-31СТ агрегаттары етештереүҙе киңәйтеү, шулай уҡ яңы АЛ-41СТ-25 двигателен етештереүҙе үҙләштереү мәсьәләләрен тикшереү мөмкинлеген биргән өсөн ҙур рәхмәт.
Башҡортостан Башлығы яңы проекттың төп положениеларын Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында нығытырға, республика Хөкүмәте, “Газпром” һәм “ОДК” араһында ниәттәр тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйырға тәҡдим итте.
“Ростех” дәүләт корпорацияһы генераль директорының беренсе урынбаҫары Владимир Артяков авиация двигателдәрен сәнәғәттә файҙаланыу проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың оборона-сәнәғәт комплексы предприятиелары тарафынан сығарылған граждан продукцияһын арттырыу тураһындағы күрһәтмәһенә ярашлы тормошҡа ашырылыуын билдәләне. “Газпром” йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары Олег Аксютин әйтеүенсә, үҙ-ара эш итеүҙең өс яҡлы форматы компания эшендәге стратегик мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/140938.html
Сығанаҡ: glavarb.ru
Читайте нас