Иҡтисад
16 Апрель 2021, 13:30

"Ул – иң ышаныслы партнерҙарыбыҙҙың береһе"

Радий Хәбиров “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары – департамент начальнигы Олег Аксютин менән осрашты.

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары – департамент начальнигы Олег Аксютин менән осрашты. Яҡтар компания менән төбәк араһындағы бәйләнеште нығытыу, шулай уҡ “Газпром” объекттарында “ОДК-УМПО” етештергән АЛ-31СТ двигателен ҡулланыуҙы киңәйтеү мөмкинлеге хаҡында фекер алышты.
– “Газпром” – иң ышаныслы партнерҙарыбыҙҙың береһе, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ 2021 – 2025 йылдарҙа республиканы газ менән тәьмин итеүҙе һәм газ үткәреүҙе үҫтереү программаһына ҡул ҡуйҙыҡ. Компания менән газ-мотор яғыулығы, нефть һәм газ химияһы өлкәһендә байтаҡ мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ.
Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, бөгөн Өфөлә Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһының газ турбиналы двигателдәре алып килеү һәм йүнәтеү программаһын тормошҡа ашырыу йәһәтенән үҙ-ара эш итеү буйынса “Газпром” менән “Ростех”тың берлектәге ултырышы була.
– Был иҫтәлекле көндә Башҡортостан “Газпром” менән “Ростех” осрашҡан майҙансыҡҡа әүерелә. АЛ-31СТ двигателдәренең ышаныслылығын арттырыу буйынса эш ике корпорацияны берләштерҙе. Хәҙер беҙ етештереү күләме буйынса ла, перспектива йәһәтенән дә яҡшы кимәлгә сығабыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Олег Аксютин билдәләүенсә, “ОДК-УМПО” етештергән АЛ-31СТ двигателен модернизациялау һәм ышаныслылығын арттырыу уны “Газпром” объекттарында, шул иҫәптән “Себер ҡеүәте” газ үткәргесенең компрессор станцияларында ҡулланыу географияһын киңәйтеү мөмкинлеген бирҙе.
Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров Олег Аксютинды Башҡортостандың үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/140929.html
Сығанаҡ: glavarb.ru
Читайте нас