Иҡтисад
19 Апрель 2021, 13:30

Был тармаҡта эш арта

2024 йылда инвестиция күләме 650 миллиард һумға етһен өсөн республика муниципалитеттарына йыллыҡ күләмде 1,8 тапҡырға арттырырға кәрәк.

Хөкүмәттәге аҙналыҡ кәңәшмәлә сираттағы тапҡыр инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләһенә арналған һөйләшеү булды. Доклад менән беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов сығыш яһаны.
Уның белдереүенсә, планға ярашлы, 2024 йылда инвестиция күләме 650 миллиард һумға етһен өсөн республика муниципалитеттарына йыллыҡ күләмде 1,8 тапҡырға арттырырға кәрәк.
"2020 йылды беҙ ыңғай динамика менән тамамланыҡ – 100,9 процент һәм 366 миллиард һум тәшкил итте. Былтырғы йылдың инвестициялары структураһы шуны күрһәтте. Был бәләкәй эшҡыуарлыҡтың инвестиция әүҙемлеген күрһәтә. Яртыһынан күбеһен – 215,2 миллиард һумды ҙур һәм урта предприятиелар формалаштыра. Бында төп күләм республиканың иң алдынғы 30 предприятиеһына тура килә, улар үҙҙәренең инвестиция сәйәсәтен тормошҡа ашыра", – тине Рөстәм Моратов.
30 миллиард һум инвестиция проекттары өлөшөнә тура килә. Дәүләт инвестициялары 12,8 процент тәшкил итә.
Беренсе вице-премьер фекеренсә, инвестициялар күләмен арттырыу өсөн барлыҡ бәләкәй һәм урта предприятиеларҙы иҫәптә тоторға кәрәк. Шулай уҡ уларҙың һанын арттырыу, инвестицияларын иҫәпләү мөһим. Асыҡланыуынса, муниципалитеттар барлыҡ эшҡыуарҙарҙы ла белмәй.
"Былтыр республикала бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 3,8 процентҡа кәмене, 2021 йыл башына уларҙың һаны 122,1 мең ине. Бында үҙ ролен пандемия сикләүҙәре һәм төбәк ярҙамының кәмеүе уйнаны. Ярҙам аҡсалары декабрҙә генә барып етте", – тине ул.
Алдан әйткәнебеҙсә, 2024 йылға пландар ҙур. Уны тормошҡа ашырыу өсөн йыл һайын 100 миллиард һум индерелгән аҡсаны үҙләштерергә кәрәк. Әле был күләмдең яртыһы ғына тормошҡа ашырыла.
Әле муниципалитеттарҙа тормошҡа ашырыу өсөн дөйөм хаҡы 145,5 миллиард һумлыҡ 287 яңы инвестиция проекты күҙаллана. Был йылына уртаса 36 миллиард һумлыҡ 70 проект бирәсәк. Ағымдағы 390,6 миллиард һумлыҡ 183 инвестиция проектын тормошҡа ашырыу (улар 2024 йылға тиклем эшләнеп бөтөргә тейеш) йәнә йылына 20 миллиард һум самаһы бирәсәк. Һөҙөмтәлә йылына - яҡынса 56 миллиард һум. Дәүләт инвестициялары күләмен 1,8 тапҡырға, 84 миллиард һумға тиклем арттырыу зарур.
Республикала инвестициялар иң яҡшы йәлеп ителгән төбәктәр ҙә аталды. Улар - Өфө, Күмертау, Салауат ҡалалары, Туймазы, Ишембай, Белорет, Шаран, Федоровка, Нуриман райондары.
Фото: bash.news
Читайте нас