Бөгөн Премьер-министр Андрей Назаров сираттағы Хөкүмәт ултырышын үткәрҙе, унда 2021 - 2026 йылдарға аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте үҫеше концепцияһы раҫланды.
Документ республиканың тәбиғи өҫтөнлөктәре нигеҙендә аҙыҡ-түлек һәм етештереү сәнәғәтен үҫтереү өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән. Бында ауыл хужалығының үҙ сеймалы һәм хеҙмәт ресурстары булыуы, шулай уҡ был тармаҡта бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә әүҙем ярҙам итеү инә.
"Концепцияны тормошҡа ашырыу 2026 йылға тиклем аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте етештереүҙәрен ике меңгә арттыра, дөйөм күләмде 200 миллиард һумға тиклем еткереү мөмкинлеген бирә", - тине вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Әлеге ваҡытта ауыл хужалығының эшкәртеү тармағында меңдән ашыу төбәк предприятиеһы эшләй, уларҙың дөйөм һатылған тауары хаҡы 100 миллиард һумдан ашыу. Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, республикабыҙ ил кимәлендә ауыл хужалығы комплексы тауарҙары етештереү буйынса тәүге урындарҙа ҡала килә. Былтыр ошо йәһәттән Рәсәйҙә алтынсы, Волга буйы федераль округында икенсе урынға күтәрелдек.
"Төбәктең ауыл хужалығы комплексында сеймал өлөшө кәмей һәм тауар эшкәртеү күләме арта. Был тармаҡта республикала дөйөм инвестиция күләме 3,4 миллиард һумлыҡ ете проект тормошҡа ашырылды, планлаштырыу этабында йәнә 50,8 миллиард һумлыҡ 42 проект бар", - тине министр.
Иң ҙур аҡсаны инвесторҙар “Бәләбәй һөт комбинаты”, “СИГМА”, “ТАВРОС”, “Уфагормолзавод”, “Хладобойня “Строганов”, “Траст ҡошсолоҡ активтары” һ.б. предприятиеларға һалған. Аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереүҙең төп саралары булып етештереү алымдарын яңыртыу, бәләкәй эшҡыуарҙар араһында эшкәртеүселәрҙе арттырыу, тармаҡта кадр мөмкинлектәрен арттырыу, республика тауарҙарын популярлаштырыу, таратыу тора.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.