Матур йола буйынса Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы 2021 йылдың тәүге кварталы һөҙөмтәләре буйынса төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше күрһәткестәре менән уртаҡлашты.
Ғинуар-март айҙарында сәнәғәт етештереүе индексы 100,5 процент тәшкил иткән. Беҙ был күрһәткес буйынса Рәсәйҙекенән юғарыраҡбыҙ (98,7 процент). Ә мартта республика индексы хатта 101,4 процентҡаса еткән.
– Бик ҡыуанып хәбәр итәм был яңылыҡты, республика сәнәғәте үҫешкә китте, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең бурыс – тиҙ арала иҡтисадты тергеҙеү. Башҡортостанда юғары темптар менән ағас эшкәртеү, автотранспорт сараларын, йыһаздар һәм кейем етештереү үҫә. Был тенденцияны һаҡларға кәрәк.
Радий Хәбиров белдереүенсә, былтыр республиканың Сәнәғәт үҫеше фонды Рәсәй фондының төбәк партнерҙары рейтингы араһында икенсе урын яулаған. 2019 йыл менән сағыштырғанда Башҡортостан шунда уҡ 17 позицияға менгән. Рейтинг лидеры булып Пермь крайы торҙо, өсөнсө урында Краснодар крайы.
Шуныһы, 2020 йылда республиканың Сәнәғәт үҫеше фонды 29 тармаҡ проектын финанслаған, уның дөйөм бюджеты 3,5 миллиард һум тәшкил иткән.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.