Иҡтисад
20 Апрель 2021, 08:29

“Алға” иғтибар үҙәгенән төшмәй

“Алға” махсус иҡтисади зонаһы тураһында беҙҙең гәзит даими яҙып бара, сөнки ул республикабыҙҙың социаль-иҡтисади үҫеше өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Күптән түгел республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов үткәргән кәңәшмә лә “Алға”ны үҫтереү маҡсатына арналды.

Кәңәшмә ошо зоналағы инфраструктура объекттарын булдырыуҙы дауам итеү мәсьәләләрен, шулай уҡ быйыл Эксперт советының тәүге ултырышына әҙерлекте тикшерҙе.

Биләмәне планлаштырыу һәм межалау проекттары әҙер тип әйтерлек, улар инженерлыҡ селтәрҙәренең комплекслы эшләнешен, транспорт инфраструктураһын, административ-эшлеклелек үҙәген һәм башҡа объекттарҙы ла үҙ эсенә ала. Яҡын арала проект-смета документтары өҫтөндә эш башланасаҡ.

Сираттағы Эксперт советына әҙерлек барышында буласаҡ резиденттарҙың бизнес-пландары өйрәнелә һәм анализлана. Әлеге ваҡытта белгестәр һигеҙ инвестиция проектын тикшерә. Планлаштырылыуынса, быйыл “Алға” махсус иҡтисади зонаһының ҡуртымға бирергә яраҡлы майҙанының өстән ике өлөшө тултырыласаҡ. Был шарт – Башҡортостан Хөкүмәтенең Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы алдындағы быйылғы төп бурыстарының береһе.

Бер үк ваҡытта айырым резиденттар рөхсәт документтары алған һәм төҙөү-ҡороу эштәренә тотонған. Уларҙан “Аркада” һәм “ЗУР” компаниялары тураһында яҙғайныҡ инде. Күптән түгел уларҙың тәүгеһе административ һәм етештереү биналарын булдырыуға тотондо, икенсеһе нигеҙ һалыуҙы тамамланы. Бынан тыш, “ЗАСПОРТ” фабрикаһы ошо көндәрҙә предприя­тиеның төп бинаһының нигеҙен ҡора башлаясаҡ.

Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас