Республикала эшҡыуарлыҡ һәм инвестиция йәлеп итеү буйынса мөхитте яҡшыртыу, был йәһәттән ил буйынса рейтингта алдынғы урындарға күтәрелеү буйынса әүҙем эш алып барыла. Ошо мәсьәлә күптән түгел республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов үткәргән кәңәшмәлә лә тикшерелде.
– Башҡарылған аналитик эш һөҙөмтәһендә беҙ ошо Милли рейтингта күтәрелеү өсөн ныҡышмалы эш талап иткән күрһәткестәрҙе билдәләнек, – тине Рөстәм Моратов. – Бының өсөн алдынғы төбәктәр тәжрибәһен иҫәпкә алған “юл картаһы” проекттарын әҙерләнек. Был тырышлыҡ ни өсөн кәрәк? Республикала йәшәү, эшҡыуарлыҡты алып барыу өсөн уңайлы мөхит булдырылырға тейеш, беҙ был йүнәлештә алдынғы төбәк була алабыҙ, барыһы өсөн дә өлгө күрһәтергә һәләтлебеҙ. Башҡортостан иҡтисадын һәм йәшәү кимәлен күтәреү өсөн был үтә әһәмиәтле.
Вице-премьер билдәләгәнсә, “юл картаһы”ның стратегик йөкмәткеләренең береһе – үҙ-ара бәйләнеш саралары. Был иһә республиканың башҡарма власть органдарының ошо маҡсаттағы эше тураһында йәмәғәтселекте ваҡытында һәм тейешле кимәлдә хәбәрҙар итеп тороу. “Беҙ йәш эшҡыуарҙарҙы һәм юғары дәрәжәгә ынтылған, республикаға файҙа килтерергә һәләтле төрлө эшҡыуарлыҡ проекттарын яҡларға әҙербеҙ”, – тине ул.