Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай фракциялары етәкселәре ҡатнашлығында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында тыуған ҡатмарлы һорауҙарҙы хәл итеү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Һөйләшеү башлыса халыҡҡа йылылыҡ өсөн хаҡтарҙы дөрөҫ тәғәйенләүгә арналды.
"Үткән ҡыштың иң ҡәтғи мәсьәләләренең береһе йылылыҡ өсөн түләүҙәргә ҡағылышлы булды. Был көҙгө-ҡышҡы осорҙа ғына, йәғни ысынбарлыҡта ҡулланған йылылыҡ энергияһы өсөн түләүгә күсеүгә бәйле, сөнки декабрҙә ноябргә ҡарағанда һигеҙ градусҡа һыуығыраҡ булды. Ошо сәбәп квитанцияларҙағы сумманың ҡапыл артыуына килтерҙе", - тине Андрей Назаров.
Шулай уҡ хаҡтарҙың артыуына сәбәпсе булған башҡа факторҙар ҙа ҡаралды, мәҫәлән, йылылыҡ энергияһын иҫәпләгән дөйөм йорт ҡорамалдарының төҙөк булмауы, торлаҡ йорттарҙағы шәхси йылылыҡ пункттарының насар торошо, иҫәп ҡорамалдарының күрһәткестәрҙе ваҡытында биреп еткермәүе, йылылыҡ биреүҙә өҙөклөктәр һәм башҡалар.
Белеүебеҙсә, халыҡтан килгән ялыуҙарға кисекмәҫтән яуап биреү маҡсатында быйылғы йылдың ғинуарында Хөкүмәттә Йылылыҡ менән тәьмин итеүгә түләүҙәр буйынса эшсе төркөм булдырылғайны. Уның эшмәкәрлек һөҙөмтәләре тураһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Моратов һөйләне. Әйтеүенсә, 431 йортта үткәрелгән тикшереүҙәр барышында йылылыҡ селтәрҙәренең техник торошона, йылылыҡты иҫәпләү узелдарына, йылылыҡ менән тәьмин итеү режимына ҡағылышлы етешһеҙлектәр асыҡланған. Ошоға ярашлы, 304 яҙма күрһәтмә бирелгән, уларҙың 175-е – идарасы компанияларға, 129-ы ресурс менән тәьмин итеү ойошмаларына ҡағыла. Административ тәртип боҙоуҙарға бәйле 68 протокол төҙөлгән, шуларҙың 53-ө – идарасы компанияларға, 15-е ресурс менән тәьмин иткән ойошмаларға ҡағыла. Барлығы 2,7 миллион һумға торошло штраф һалынған.
Эшсе төркөмдөң талаптарына ярашлы, “БашРТС” йәмғиәте, “УИС” предприятиеһы һәм башҡа ойошмаларҙың етәкселәре менән алып барылған эш һөҙөмтәһендә ҡулланыусыларҙың ғаризаларына ярашлы 2020 йылдың декабренә тәғәйенләнгән түләүҙәр ҡайтанан ҡаралды. “БашРТС” 44308 иҫәп буйынса - 19 миллион һум, “УИС” 13919 ғаризаға ярашлы 3,6 миллион һумды ҡайтанан иҫәпләгән. Ресурс менән тәьмин иткән башҡа ойошмалар тарафынан халыҡҡа 11,7 миллион һум кире ҡайтарылған.
Бындай етешһеҙлектәргә юл ҡуймау өсөн Юл картаһы эшләнгән. Уға ярашлы, барлыҡ сетерекле мәсьәләләр ваҡытында тикшерелеп, хәл ителергә тейеш.
"Йылылыҡ өсөн дөрөҫ билдәләнмәгән түләүҙәрҙе ҡайтанан ҡарау дауам итәсәк. Килеп тыуған хәлдең сәбәптәре төрлө. Беҙҙең тарафтан планға алынған сараларҙы тулыһынса бойомға ашырыу йылылыҡ өсөн түләүҙә бындай сетерекле хәлдәргә башҡаса юл ҡуймаҫ", - тине Рөстәм Моратов.
Кәңәшмә һуңында Хөкүмәттең һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың әлеге йүнәлештәге эшсе төркөмдәрен берләштерергә хәл ителде.
"Был беҙҙең өсөн мөһим партнерлыҡ. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары менән көстәрҙе берләштереп, халыҡтың торлаҡ-коммуналь тармаҡҡа ҡағылышлы проблемаларын йәһәтерәк хәл итеүгә өлгәшәсәкбеҙ", - тине Андрей Назаров.