Иҡтисад
20 Апрель 2021, 14:30

Йәшәү минимумын иҫәпләү үҙгәрерме?

Тимәк, Рәсәй халҡы ни тиклем күберәк аҡса эшләһә, йәшәү минимумы шунса юғарыраҡ буласаҡ.

22 апрелдә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары тәүге уҡыуҙа яңы закон проектын ҡараясаҡ.
Әгәр ҙә ул ҡабул ителһә, Башҡортостанда йәшәү минимумы дәүмәлен иҫәпләү системаһы үҙгәрәсәк. Был хаҡта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев аңлатма бирҙе.
Быға тиклем йәшәү минимумы ҡулланыу кәрзине нигеҙендә иҫәпләнде. Закон ҡабул ителгәндән һуң ул Рәсәй буйынса, территориаль коэффициент та иҫәпкә алынып, йән башына тура килгән йәшәү минимумына бәйле буласаҡ. Территориаль коэффициент Рәсәй Хөкүмәте тарафынан раҫлана. Ә йән башына иҫәпләнгән йәшәү минимумы дәүмәле ил буйынса бынан алдағы йылдағы уртаса йән башына тура килгән килемдең медиана дәүмәленә бәйле буласаҡ. Тимәк, Рәсәй халҡы ни тиклем күберәк аҡса эшләһә, йәшәү минимумы шунса юғарыраҡ үҫәсәк. Өҫтәүенә уны хәҙерге кеүек квартал һайын иҫәпләп тормаясаҡтар, бары йылына бер тапҡыр ғына. Яңы системаға күсеү биш йыл ваҡытты аласаҡ.
Фото: Seyminfo.ru
Читайте нас