Бөтә кешелек донъяһы бығаса күрелмәгән ауыр һынау кисерә – бер йыл инде пандемия шарттарының күп хужалыҡ тармаҡтарының эшмәкәрлеген һүлпәнәйтеүен күҙәтәбеҙ. Әммә бер ниндәй хәүеф тә туҡтата алмаған һәм туҡтарға хоҡуғы ла булмаған йүнәлештәр ҙә бар. Һаулыҡ һаҡлау, янғын хәүефһеҙлеге һәм башҡаларҙан тыш, уға төҙөлөш тармағы ла инә. Өмөттәрҙе аҡлай алдымы беҙҙең төҙөүселәр?
Күптән түгел Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы былтырғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһауға арналған коллегия үткәрҙе. Ултырышты республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рәйеф Әбдрәхимов алып барҙы.
– Былтырғы йыл барыбыҙ өсөн дә үтә ҡатмарлы булды, ләкин республиканың төҙөлөш тармағы өсөн кәмселекле йәки һәләкәтле, тип әйтә алмайым, – тине Рәйеф Рамаҙан улы. – Республика Башлығының ҡарарына ярашлы, тармаҡ үҙенең эшен тотҡарлыҡһыҙ дауам итте. Пандемияға бәйле хәлдәр төбәктең төҙөлөш блогына кире йоғонто яһай алмаһын өсөн бар тырышлығыбыҙҙы һалырға тура килде. Иң мөһим һәм етди булған ошо осорҙа беҙ аяғыбыҙҙа ныҡлы баҫып ҡала алдыҡ.
Министрлыҡ етәксеһе билдәләүенсә, торлаҡ төҙөү тиҙлеге күбеһенсә кредит ойошмалары торлаҡ ипотекаһы сиктәрендә биргән финанс сараларына бәйле. Былтыр халыҡҡа 59 меңдән ашыу ипотека кредиты бирелгән. Уларҙың һаны алдағы йылдан 28 процентҡа күберәк булған, ә дөйөм суммаһы 40 процентҡа ҙурыраҡ һәм 122 миллиард һумға етте. Кредиттар буйынса уртаса ставка – 7,7 процент. Ә был иһә алдағы йыл менән сағыштырғанда, 2,17 процентҡа түбәнерәк. Ваҡытты тиҙләтеүгә һәм процедуралар һанын кәметеүгә йүнәлтелгән “Төҙөлөшкә рөхсәт алыу һәм биләмәне планлаштырыу” маҡсатлы моделенә туҡталып, Егор Родин был модель талаптарын 97 процентҡа тиклем үтәргә өлгәшеүҙәре тураһында белдерҙе.
Төҙөлөш тармағының халыҡтың көнкүреш шарттарын яҡшыртыуҙы маҡсат итеп ҡуйған бер йүнәлеше – граждандарҙы авариялы торлаҡ фондынан күсереү. Бының өсөн республикала Граждандарҙы авариялы торлаҡтан күсереү буйынса 2019 – 2020 йылдарға адреслы программа булдырылған. Программаны уңышлы башҡарып сығыу өсөн дәүләт корпорацияһынан – Торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалауға ярҙам итеү фондынан – аҡса бүленә. Ошо осорҙа барлығы 63,3 мең квадрат метр авариялы торлаҡ майҙанын бушатыу, биш мең кешене икенсе йорттарға күсереү ҡаралған. Бүленгән сығымдар, Өфө, Стәрлетамаҡ һәм башҡа ҡалаларҙан тыш шулай уҡ Балтас, Бәләбәй, Илеш, Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы райондарындағы йәшәү өсөн яраҡһыҙ булған 180 йорттан 400-ҙән ашыу кешене күсереүҙе лә күҙ уңында тота.
Беҙҙең республика өсөн билдәләнгән маҡсатлы күрһәткестәргә ярашлы, былтыр төбәк проекты буйынса йәшәү өсөн яраҡһыҙ булған торлаҡ фондының 19,26 мең квадрат метрын бушатыу, меңдән ашыу кешене күсереү ҡаралғайны, йәғни ошо проектты тормошҡа ашыра башлағандан алып ҡуйылған бурыстар үҫә бара. “Был йүнәлештә бөтә маҡсатлы күрһәткестәрҙе үтәнек”, – тине Егор Родин.
Төрлө ҡатлам граждандарының торлаҡ шарттарын яҡшыртыу саралары ла дауам итә. Былтыр 12 мең 626 кеше ошо маҡсатта дәүләттән 3,2 миллиард һум ярҙам алған. Уҙған йылда шулай уҡ айырым ҡатлам кешеләргә шәхси торлаҡ йорттарға газ үткәргәндә 60 мең һумдан алып 100 мең һумға тиклемге сертификаттар тапшырылған. Башҡортостан ҡаҙнаһында 2020 – 2022 йылдарға бының өсөн 300 миллион һумлыҡ ярҙам бүлеү билдәләнгән. Быйылғы 1 ғинуарға йортҡа газ үткәртеү мохтажлығы булған дүрт меңдән ашыу кеше иҫәптә тора ине, уларҙың 3525-е (80 проценты) сертификаттар менән тәьмин ителгән. Граждандарға ошондай сертификаттар биреү әле лә дауам итә.
“Ауыл ипотекаһы” – йоғонтоло ысул
Тармаҡ етәксеһе әйтеүенсә, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында өҫтәмә урындар булдырыу буйынса саралар планына ярашлы, былтыр Башҡортостанда “Мәғариф” тармағы буйынса 17 объект төҙөлгән һәм файҙаланыуға тапшырылған, шул иҫәптән – 2570 урынлыҡ 15 балалар баҡсаһы һәм 1080 урынлыҡ ике мәктәп.
Республиканың дауалау учреждениелары Дүртөйлө ҡалаһындағы поликлиника, дүрт фельдшер-акушерлыҡ пункты менән тулыланды. Былтыр Республика клиник онкология диспансерының хирургия корпусы, Өфө районының Зубов ауылында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында ике инфекция-диагностика үҙәге төҙөнөләр.
Муниципаль райондарҙағы торлаҡ төҙөлөшө тураһында һүҙ алып барғанда “Ауыл ипотекаһы” программаһы социаль әһәмиәте буйынса айырым иғтибарға лайыҡ. Был программа биргән мөмкинлектән файҙаланып, былтыр ауыл халҡы дөйөм суммаһы 4,9 миллиард һум тәшкил иткән 2,4 мең ташламалы кредит алыуға өлгәшкән. Кредиттар һаны буйынса ла, дөйөм суммаға ҡарата ла был илдәге иң һәйбәт һөҙөмтә булып тора. Ер биләмәһе булған йорттар Өфө, Стәрлетамаҡ, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы, Иглин, Яңауыл райондарында ҙур ихтыяж менән файҙалана. Күпселек заемсылар – 35 йәшкә тиклемге ғаиләләр.
Һуңғы осорҙа был программа буйынса шарттар үҙгәрҙе: быйылдан башлап тәүге иғәнә сифатында “Әсәлек капиталы”н да файҙаланырға мөмкин, фатирҙы биш ҡаттан да бейегерәк булмаған йорттарҙа ғына алырға була, заемсы йәшәгән урынында, йәғни ауыл ерендә теркәлергә бурыслы.
Түләнеңме, торлаҡҡа хоҡуҡлыһың
– Федераль структуралар менән берлектә былтыр алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын аяҡҡа баҫтырыу өсөн федераль ҡаҙнанан беҙҙең республикаға 6,7 миллиард һум аҡса бүлеү маҡсатында көсөргәнешле эш башҡара алдыҡ, – тине министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы. – Был аҡса компенсация түләүгә һәм 60-тан ашыу проблемалы объектты төҙөп бөтөүгә йүнәлтеләсәк. Компенсация рәүешендәге 725 миллион һум алданған өлөшсөләргә тапшырылды ла инде.
Беҙҙең республика Рәсәйҙә беренселәрҙән булып Төҙөлөш ойошмаларының өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашҡан кешеләр алдындағы йөкләмәһен көйләү буйынса фонд булдырҙы. Былтыр ике меңгә яҡын алданған өлөшсө тармаҡ әҙерләгән механизмдар ярҙамында үҙ фатирҙарын алыуға ирешкән.
Башҡортостан Хөкүмәте, Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы ярҙамында Өфөләге Ферин һәм Глинка урамдарындағы күп фатирлы проблемалы йорттар, Өфө районының Булгаков ауылындағы аҙ ҡатлы торлаҡ объекттары төҙөлөп бөттө. Уларҙы хужаларына тапшырыу күҙәтеү органдарының һығымтаһын алғас планлаштырыла. Һөҙөмтәлә 100-ҙән ашыу алданған өлөшсө фатирҙар менән тәьмин ителәсәк. Былтыр шулай уҡ Өфөләге киң күләмле инвестиция проекты сиктәрендә “Өфөнөң баҡса ҡулсаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Урман техникумы урамындағы күп фатирлы йортто төҙөй башланы, унда 2023 йылға тиклем 184 алданған өлөшсө үҙенә тейешле торлағын аласаҡ.
Билдәле булыуынса, хәҙер төҙөлә башлаған йорттарҙа фатир һатып алыусылар быны банктағы эскроу-иҫәп аша эшләргә хоҡуҡлы, йәғни йорт һалынып бөткәнсе төҙөлөш ойошмаһы был аҡсаны ала алмай, ул банктағы иҫәптә һаҡлана. Тәбиғи, подрядсы объектты һалыу өсөн банктан кредит алырға тейеш була.
– Был иһә төҙөлөштөң квадрат метры хаҡында сағылыш тапмай ҡалмай, әммә квадрат метрҙың нисә һум булырына башҡа сәбәптәр ҙә йоғонто яһай, шуға күрә бында күрәҙәлек ҡылыу мөмкин түгел, – ти Егор Родин.
Милли проект – өҫтөнлөклө йүнәлеш
Төҙөлөш тармағында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу айырым иғтибар үҙәгендә тора. Республикала ул ике төбәк проекты – “Башҡортостан Республикаһындағы торлаҡ” һәм “Йәшәүгә яраҡһыҙ торлаҡ фондының тайпылышһыҙ кәмей барыуын тәьмин итеү” – нигеҙендә тормошҡа ашырыла. 2020 йылға билдәләнгән маҡсат күрһәткестәре был йүнәлештә лә үтәлгән.
– Былтыр декабрҙә Башҡортостан менән Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы араһында “Торлаҡ” төбәк проектын тормошҡа ашырыу тураһында килешеү төҙөлгәйне, ул 2030 йылға торлаҡ төҙөп тапшырыу күләмен дүрт миллион квадрат метрға еткереүҙе күҙ уңында тота, – ти Егор Родин. – Ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү һәм Хөкүмәттең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн быйыл ошо саралар үтәлергә тейеш: торлаҡты кәмендә 2,26 миллион квадрат метр төҙөп тапшырыу, республиканың иҫкергән һәм авариялы торлаҡ фондының кәмендә 35,65 мең квадрат метрын бушатыу, төҙөлөш материалдары һәм конструкциялары етештереүгә йүнәлтелгән өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу, проблемалы объекттарҙың берҙәм исемлегенә индерелгән йорттарҙағы алданған өлөшсөләрҙең кәмендә 50 процентының торлаҡҡа хоҡуғын тергеҙеү, социаль торлаҡты кәмендә 93,3 мең квадрат метр төҙөп тапшырыу, дөйөм алғанда 5740 уҡыу урынына иҫәпләнгән ете мәктәпте сафҡа индереү, 500 урынлыҡ өс балалар баҡсаһы төҙөү.
Сығышын тамамлап, республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин муниципалитет башлыҡтарына:
– Шуға иғтибарығыҙҙы йүнәлткем килә – ер биләмәләрен торлаҡ төҙөү өсөн бүлгәндә төҙөлөш ойошмаларының социаль инфраструктура объекттарын булдырыу, шул иҫәптән федераль һәм республика программаларына ярашлы булған мәктәптәр һәм балалар баҡсалары проекттарын әҙерләү буйынса йөкләмәләрен дә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Был саралар ошо маҡсаттарҙа ҡаҙна сығымдарын байтаҡҡа кәметергә, был объекттарҙы республиканың адреслы программаһына индереүҙе еңелләштерергә, объекттарҙы проектлау һәм төҙөүҙе тиҙләтергә ярҙам итәсәк, – тип мөрәжәғәт итте.