Иҡтисад
21 Апрель 2021, 14:40

Инфраструктура кредиттарына кемдәр дәғүә итер?

Был кредиттар 3 процент ставка менән биреләсәк, уларҙы 15 йылда ҡапларға кәрәк буласаҡ.

Бөгөн Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә ил Президенты Владимир Путин күп коммерция бурыстары булған төбәктәргә ярҙам итергә кәрәклеген әйтте.
– Шундай тәҡдим индерәм: үҙ килемдәренән 25 процентҡа юғарырыҡ коммерция бурыстары булған төбәктәргә күләмен ҡаплау срогы 2029 йылға тиклем итеп ҡуйып, бюджетлы кредитҡа әйләндерәйек. 2023 йыл аҙағына тиклем суммаһы 500 миллиард һумдан да кәм булмаған инфраструктура кредиттары бүлергә планлаштырабыҙ. Уларҙы биргән саҡта ғәҙеллек принциптары буйынса эш итәсәкбеҙ, – тине Владимир Путин.
Был кредиттар 3 процент ставка менән биреләсәк, уларҙы 15 йылда ҡапларға кәрәк буласаҡ.
Хөкүмәт үлсәнгән финанс сәйәсәте алып барғандарға ярҙам итмәксе: ни тиклем төбәктең кредиты әҙерәк, ул шул тиклем күберәк инфраструктура кредиты ала аласаҡ. Төбәктең инфраструктура проекттары Рәсәй граждандары мәнфәғәтендә тормошҡа ашырылырға тейеш.
Өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәле – юлдар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, туристик инфраструктураны комплекслы үҫтереү һәм башҡалар.
Фото: НТВ.
Читайте нас