Иҡтисад
21 Апрель 2021, 06:30

Сауҙа ойошмалары милли проектта ҡатнаша ала

Проект комитеты күптән түгел ошондай ҡарар ҡабул итте.

Быйылдан башлап сауҙа предприятиелары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнаша ала. Ил Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов етәкселек иткән проект комитеты күптән түгел ошондай ҡарар ҡабул итте.
“Сауҙа бизнесында һаҡсыл етештереү алымдарын ғәмәлгә индереү ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу, логистиканы ҡулайлаштырыу, үҙҡиммәтте кәметеү мөмкинлеген бирәсәк”, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Республикала сауҙа, сәнәғәттән ҡала, төбәк иҡтисадына тос өлөш индергән икенсе эшмәкәрлек тармағын тәшкил итә. Сауҙа предприятиелары өлөшөнә республикалағы тулайым төбәк продуктының 13 проценты тиерлек тура килә. Был өлкәлә төбәк иҡтисадында эшләгәндәрҙең 19 проценты мәшғүл.
Мәғлүм булыуынса, проектта ҡатнашыу йәһәтенән сауҙа ойошмаларына сәнәғәт, төҙөлөш, ауыл хужалығы, транспорт кеүек тармаҡтар өсөн ҡуйылған талаптар билдәләнә: табыш – 400 миллион һумдан башланырға, сит ил капиталы өлөшө 50 проценттан артмаҫҡа тейеш.
Фото: economy.bashkortostan.ru/presscenter/news/360981/
Читайте нас