Иҡтисад
21 Апрель 2021, 13:40

Участкаларға тиклем газ бушлай үтәсәк!

"Мин трибуна аша әйттем, кеше көтәсәк, эш туҡтап ҡалырға тейеш түгел. Мин быны үҙем тикшерәсәкмен", – тине Владимир Путин.

Бөгөн Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә ил Президенты Владимир Путин Рәсәй халҡына ер участкаларына тиклем бушлай газ үткәрергә вәғәҙә итте.
“Әлеге ваҡытта күп ғаиләләр газ селтәрҙәре үткән ауылдарҙа йәшәй. Әммә уларҙың йорттары билдәһеҙ сәбәптәр буйынса газға тоташмаған. Бына ғына торба үтә, ә өйҙә газ юҡ,” – тине Владимир Путин.
Дәүләт етәксеһе Хөкүмәткә төбәк властары менән берлектә ошондай йорт хужалыҡтарына газ үткәреү буйынса аныҡ план эшләргә ҡушты. Владимир Путин белдереүенсә, был милекселәр газды ер участкаһы сигенә тиклем килтергән өсөн түләргә тейеш түгел.
– Хөкүмәт был мәсьәләнең бар нескәлектәрен “Газпром” менән дә, башҡа компаниялар менән дә эшләһен – бер ниндәй ҙә өҙөклөктәр булмаҫҡа тейеш. Мин трибуна аша әйттем, кеше көтәсәк, эш туҡтап ҡалырға тейеш түгел. Мин быны үҙем тикшерәсәкмен, – тине Владимир Путин.
Фото: news.myseldon.com
Читайте нас