Иҡтисад
23 Апрель 2021, 10:00

Өфө-Иглин араһында өҫтәмә поездар йөрөй башлай

Бынан тыш, май байрамдары осоронда ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса йөрөгән поездарҙың составы арттырыла.

Халыҡтың күп һанлы мөрәжәғәттәренә ярашлы, республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы “Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы” менән берлектә ағымдағы йылдың 1 майынан “Өфө-Иглин-Өфө” йүнәлешендә өҫтәмә дүрт ҡала яны поезы ебәрә.
Үҙгәрештәр Иглин станцияһынан 12.15 сәғәттә ҡуҙғалған 6203-сө поезға ҡағыла. 6205-се, 6206-сы һәм 6218-се поездар Иглин станцияһына тиклем оҙайтылды.
Иглин – Өфө агломерацияһында транспорт хеҙмәтләндереүе буйынса иң төп йүнәлештәрҙең береһе һанала, сөнки көн һайын 10 меңдән ашыу кеше әлеге хеҙмәттәр менән ҡуллана.
Бынан тыш, май байрамдары осоронда ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса йөрөгән поездарҙың составы арттырыласаҡ.
Өҫтәмә поездарға билетты тимер юл кассаларында, “РЖД” йәмғиәтенең рәсми сайтында һәм “РЖД Пассажирам” мобиль ҡушымтаһы аша һатып алырға мөмкин.
Читайте нас