Иҡтисад
23 Апрель 2021, 15:30

"Халыҡ менән бергә эшләү мөһим"

Проектлауҙа тәбиғәтте һаҡлау закондары күҙәтеләме, “Алға” махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә объекттар төҙөү нисек бара?

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов видеобәйләнеш форматында эшлекле кәңәшмә үткәрҙе. Унда проектлауҙа тәбиғәтте һаҡлау закондарын күҙәтеү һәм “Алға” махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә объекттар төҙөү ҡаралды.
Тағы республика буйынса "Роспотребнадзор" идаралығы, "Росприроднадзор"ҙың Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы, Рәсәй Федераль медицина һәм биология агентлығының 72-се төбәк-ара идаралығы, төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, Төҙөлөш һәм транспорт министрлыҡтары, Ишембай, Стәрлетамаҡ райондары хакимиәттәре, Үҫеш корпорацияһы, “М Синтез”, “ДоГа”, “ЗУР”, “ЗАСПОРТ”, “Аркада”, “Азимут” компаниялары етәкселәре һәм вәкилдәре ҡатнашты.
Экология закондары, бигерәк тә тораҡтар эргәһендә етештереү талаптары махсус иҡтисади зона ойоштороуға ғариза әҙерләү һәм уны Рәсәй Хөкүмәтенә ебәреү этабында иҫәпкә алынды. Инвестиция проекттарын тормошҡа ашыра башлағанда резиденттар тирә-яҡ мөхиткә әҙерәк кире йоғонто яһаған ҡулайлы технологияларға йүнәлеш тотто. Баштан уҡ айырым иғтибар халыҡҡа аңлатыу эштәрен алып барыуға бүленде. Башҡортостан Башлығы һәм республика Хөкүмәтенең интернет-сайттарында, вазифалы кешеләрҙең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә, киң мәғлүмәт сараларында махсус иҡтисади зона инфраструктураһы, етештереү объекттары төҙөлөшө киң яҡтыртыла.
Былтыр муниципаль күләмдә эшлекле төркөм барлыҡҡа килгән. Ул тормошҡа ашырылған проекттар нигеҙендәге эшмәкәрлектең тирә-яҡ мөхиткә йоғонто яһауы, халыҡ менән ижтимағи фекер алышыуҙар буйынса эшләй.
"Социаль селтәрҙән, граждандарҙың мөрәжәғәттәренән, депутаттарҙан, ижтимағи ойошмаларҙан халыҡтың, бигерәк тә яҡын тораҡ пункттарындағыларҙың “Алға” махсус иҡтисади зона объекттарын төҙөү һәм эшләтеп ебәреү барышы менән әүҙем ҡыҙыҡһыныуын күрәбеҙ. Кешеләрҙе был һорауҙар борсой. Резиденттарҙың сәнәғәт объекттарына проект документтары үҙ эсенә тирә-яҡ мөхиткә тәьҫир итеүҙе ала, Мәскәүҙә федераль кимәлдә мотлаҡ экспертизалар үткәрелә. Контролде көсәйтәсәкбеҙ. Был йүнәлештә әүҙем хәрәкәт итәбеҙ һәм бер нәмәне лә йәшермәйбеҙ. Коллегаларҙы халыҡ менән эшләүҙе көсәйтергә саҡырам, ниндәй производство төҙөлә, улар нимә сығарасаҡ, хәүефһеҙлеге нисек тәьмин ителәсәк - кешеләр барыһын да белергә тейеш”, - тип белдерҙе Илшат Тажетдинов.
Әлеге ваҡытта махсус иҡтисади зона инфраструктура объекттарын ойоштороу буйынса ғына эш бармай. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса яҡындағы тораҡ пункттарының социаль һәм инженер инфраструктураһы замансалаштырыла. Мәҫәлән, Кантюковкала алты урам, фельдшер-акушерлыҡ пункты ремонтланған, Мәктәп урамына газ үткәрелгән.
Читайте нас