Иҡтисад
23 Апрель 2021, 06:30

Мишкә районында яңы завод төҙөйҙәр

Проектты “Башальянстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тәҡдим итте.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты Мишкә районында эшҡыуарлыҡты танытыуға һәм үҫтереүгә этәргес бирә. Муниципалитет башлығының бизнес вәкилдәре менән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” тәртибендәге кәңәшмәһе был йәһәттән ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә.
Сираттағы ошондай осрашыуҙа Мишкә районының Йылыш ауылы янында асфальт-бетон заводы төҙөү проекты ҡаралды. Уны “Башальянстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тәҡдим итте.
Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе автомобиль юлы төҙөлөүгә бәйле әлеге идея айырыуса көнүҙәк. Әйткәндәй, яңы завод һалыу өсөн һайланған урын логистика йәһәтенән бик уңайлы, сөнки күрше райондарға ла яҡын урынлашҡан.
“Проект перспективалы, уны тормошҡа ашырыу муниципалитеттағы бер нисә проблеманы хәл итеү мөмкинлеген бирәсәк: урындағы халыҡ өсөн яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк, асфальт-бетон япмалы юл һалыу һәм төҙөкләндереү темпы артасаҡ”, – тине район башлығы Павел Трапезников. Ул тейешле хеҙмәттәргә проектты тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итергә ҡушты.
Фото: mishkan.bashkortostan.ru/presscenter/news/361607/
Читайте нас