Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәр аша һәйбәт яңылыҡ менән уртаҡлашты.
“Иҡтисадыбыҙҙың аяҡҡа баҫа башлауын дәлилләгән индикаторҙар артҡандан-арта. 2021 йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса, Башҡортостанда үткән йылдың ошо ваҡыты менән сағыштырғанда 12 процентҡа күберәк торлаҡ сафҡа индерелгән. Ғинуарҙан алып февралгә тиклем бөтә финанслау сығанаҡтары иҫәбенә төбәктә күп фатирлы һәм шәхси йорттарҙа 694,6 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә - етенсе, Волга буйы федераль округында икенсе урында.
Төҙөлөш тармағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе – был тәү сиратта граждандарҙың тормошо сифатын күтәреү. Шуға күрә тармаҡта әүҙемлекте кәметмәйбеҙ. Мөһим бурыстар араһында – кешеләрҙе авария хәлендәге торлаҡтан күсереү һәм алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын тергеҙеү”, – тип яҙҙы республика етәксеһе.
Фото: vk.com/radiyhabirov