Иҡтисад
23 Апрель 2021, 08:50

Тауарҙарҙы маркировкалау мотлаҡ талап буласаҡ

Александр Сидякин инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса Проект офисы ултырышын үткәрҙе.

Кисә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса Проект офисы ултырышын үткәрҙе. Унда шул иҫәптән төрлө тауарҙарҙы мотлаҡ маркировкалау системаһын индереү мәсьәләһе лә ҡаралды. Ултырышта профилле министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, бизнес-шерифтар ҡатнашты.
Башҡортостанда бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк тауарҙарҙың килеп сығышын контролдә тотоу һәм сифат контроле өсөн тауарҙарҙы берҙәм маркировкалау системаһын әүҙем индерәләр. Мәҫәлән, быйыл 1 июндән һөт ризыҡтарын маркировкалау мотлаҡ талапҡа әйләнәсәк. Шул көндән алып һәр сыр һәм туңдырма ҡаптарына штрих-код яҙырға кәрәк. Ә 2021 йылдың 1 сентябренән – яраҡлылыҡ срогы 40 тәүлектән ашыу булған бөтә башҡа һөт тауарҙарына. Проекттың операторы булып “Честный знак” Берҙәм милли һанлы маркировка һәм тауарҙы күҙәтеү системаһы торасаҡ.
Башҡортостанда эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллин белдереүенсә, бәләкәй бизнес өсөн маркировка өҫтәмә сығымдар һәм яңы бурыстар тигәнде аңлата.
– Етештереүселәр маркировка кодтарына заказ яһарға һәм “Честный знак” системаһына тауар тураһында мәғлүмәт индерергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта дөрөҫ булмаған йәки ваҡытында индермәгән маркировка өсөн штрафтар ҡаралған, ә маркировкаһыҙ тауар һатыуҙан тартып алынасаҡ һәм эшҡыуарға ҡайтарылмаясаҡ, – тине Флүр Әсәҙуллин.
Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов хәбәр итеүенсә, министрлыҡ ауыл хужалығы етештереүселәре менән консультация эше үткәрә. Бынан тыш Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән республикала аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү Концепцияһы раҫланды, уға ярашлы маркировка индергән предприятиелар өсөн сығымдарҙың 50 процентын субсидиялау ҡаралған.
Александр Сидякин бизнес-шерифтарға урындарҙа фермерҙар менән аңлатыу һәм консультация эше үткәрергә ҡушты.
Проект офисы ултырышында эшҡыуарҙар һәм инвесторҙарҙың – урман фонды ерҙәре, һыу фонды һәм ер аҫты ҡулланыусылары менән урындағы үҙидара органдары – хеҙмәттәшлеге мәсьәләһе лә ҡаралды.
Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов белдереүенсә, эшҡыуарҙарҙың муниципалитеттар менән мәғлүмәти үҙ-ара эш итеүе проблемаһы бизнесты үҫтереү һәм яңы инвесторҙар йәлеп итеүгә ҡамасаулай.
– Урындағы үҙидара органдары уларҙың биләмәһендә планлаштырылған эшмәкәрлек тураһында ваҡытында мәғлүмәт алмай. Ошо сәбәпле төбәктең берәй электрон майҙансығында мотлаҡ мәғлүмәти алмашыныу тәртибен булдырырға тәҡдим итәбеҙ, – тине Илдар Нафиҡов.
Александр Сидякин Башҡортостандың Инвестиция порталында ошондай опция булдырырға ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас