Иҡтисад
23 Апрель 2021, 12:33

Юл ямауы еңелме?

Быйыл эшкә алдан тотонғандар.

Республика юлдарында соҡорҙарҙы ямау эше бара. Быйыл ул иртә башланды. Мәҫәлән, былтыр төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарында 119 845 берәмек соҡорҙо ремонтлағандар, йәғни ул 1 025 944, 856 квадрат метр майҙанға тиң булған. Быйыл иһә соҡорҙарҙың һәм уйымдарҙың барлыҡҡа килеүенән сығып эш итәсәктәр. Ғәмәлдә юлдарҙы ремонтлау нисек ойошторолоуы менән яҡындан танышыу маҡсатында “Башҡортостан” гәзите “Башҡортостан Республикаһының юл хужалығы идаралығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы вәкилдәре менән берлектә рейд ойошторҙо.


Миҙгелгә әҙерлек


“Башҡортостан Республикаһы­ның юл хужалығы идаралығы” дәү­ләт ҡаҙна учреждениеһы етәксеһе урынбаҫары Илшат Ишморатов белдереүенсә, был эш былтырғыға ҡарағанда иртәрәк тамам­ланасаҡ.
– Башҡортостан юлдарында соҡор ямау эшен апрелдә башланыҡ. Тәүҙә һыуыҡ асфальт менән эшләнек, ул саҡта авария хәүефе тыуҙырған соҡорҙарҙы яманыҡ, хәҙер эҫе асфальтҡа күстек. Әле беҙҙең 26 завод эшләй. Республикала ошо йүнәлештә 110 бригада йәлеп ителде, һәр бер районда – икешәр. Улар ҡорамалдар менән тулыһынса тәьмин ителгән, материалдар ҙа әҙерләнгән, бригадалар төҙөлгән. Ғөмүмән, бөтә нәмә бар. Республика юлдарында соҡор­ҙарҙы ямау буйынса төп эштәрҙе 1 майға – юл һыҙатын һыҙ­ғанға тиклем бөтөрөргә тырышабыҙ. Һуңынан планлы эште дауам итәсәкбеҙ. Беренсе сиратта төбәк һәм республика юлдарын ремонт­лайбыҙ, һуңынан юл төҙөү-ремонтлау идаралыҡ­тары урындағы юлдарға тотонасаҡ, – ти Илшат Флүр улы.
Ғөмүмән, быйыл “Башкиравтодор” йәмғиәте филиалдары соҡор ямау сараларына әҙерлек барышында түбәндәге эштәрҙе башҡар­ған:

– филиалдарҙа бөтәһе 110 тирәһе бригада тупланған;

– “Башкиравтодор” филиалдарында – 1500 мең тоннанан ашыу, “Ремстройдормаш” заводында 1300 мең тоннанан ашыу һыуыҡ асфальт-бетон ҡатнашмаһы әҙер­ләнгән;

– асфальт-бетон ҡатнашмаһын әҙер­ләү өсөн 290,3 мең тонна ҡырсынташ һәм 3,9 мең тонна ыҫмала әҙерләнгән, һәм был йүнәлештә эш туҡтамай;

– бәләкәй тракторҙарға (“МТЗ”, “ЮМЗ”) 55 берәмек тағылмалы фрезлау ҡулайламаһы ҡуйылған.
– уйымдарҙы эшләү өсөн вата торған сүкештәр, һыуыҡ һәм эҫе асфальт-бетон ҡатнашмаһын ты­ғыҙ­лау өсөн вибропли­тәләр кеүек бәләкәй механизация ҡорамалдары һатып алынған.
Әлеге ваҡытта Башҡортостан Респуб­лика­һының юл хужалығы идаралығы соҡор ремонтын баш­ҡарыу өсөн эҫе асфальт-бетон ҡатнашмаһының составын һәм рецебын раҫлаған. Шулай уҡ дөйөм ҡулланыуҙағы төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарҙа “MADPATCHER” махсус машиналар емеректәрҙе бөтөрөү буйынса һиҙелерлек күләмде башҡара. Улар әлегә “Башкиравтодор” йәмғиәтен­дә 17 берәмек алынған. Был техника быйыл 15 апрелдән эшкә егелгән.
Юлдар йәйен генә түгел, ҡы­шын да “дауалауға” мохтаж. Шуға ла һуңғы йылдарҙа “Башкиравтодор” йәмғиәте етештергән “Зима МГЗ” маркалы һыуыҡ асфальт-бетон ҡатнашмаһы республика юлдарын ямауҙа файҙа­ланыла. Уны плюс 20-нән минус 15 градусҡа тиклемге температурала ҡулла­нырға мөмкин.


Соҡор ямау тиһәң дә...


Беҙ барғанда “Уптин – Йоматау” юлында эш ҡайнай ине.

– Быйыл юлдарҙағы соҡорҙарҙы эҫе асфальт менән ремонтлау эшен 7 апрелдә үк башланыҡ. Һауа торошо эшләргә мөмкинлек бирә, беҙҙең ике бригада соҡор ямауға йәлеп ителгән. Бер бригада көнөнә 15 тонна асфальт-бетон ҡатнаш­маны юл ямауға тотона, – ти инженер Марат Мусин.

Юлсылар бригадаһы тулы ҡеүәттә эшләһен өсөн төрлө эштәр башҡарыуға тәғәйенләнгән техника йәлеп ителгән. Атап әйткәндә, бер йөк автомобиле асфальт-бетон ҡатнашмаһын килтереп тора. Уға ыҫмалалы тағылма (гудронатор) йәки махсус ыҫмала ҡаҙанлығы эләкте­релгән. Ыҫмала урынды әҙерләү өсөн кәрәк. Бригада шулай уҡ фрезлау йәки ватыу сүкештәре менән йыһазлан­дырылған. Һеперт­ке тағылған “МТЗ” соҡорҙо таҙар­тыу өсөн ҡулланыла, юл катогы асфальтты тығыҙлай. “ГАЗ” автомобиле юлды ябыу өсөн кәрәк. Бригадала өс-дүрт юл хеҙмәткәре ҡул көсө менән соҡор әҙерләү, асфальтты һалыу кеүек эштәрҙе башҡара.
Ғөмүмән, юлдағы бер соҡор ямау өсөн әллә күпме этапты үтергә кәрәк. Һанап әйткәндә: тәүҙә махсус техника асфальтты ала, икенсеһе таҙарта. Һуңынан со­ҡорҙоң үлсәмен алып, шунда уҡ Юл инфра­структураһын етеште­реүҙе күҙәтеү системаһына (СКПДИ) һалалар. Был программа аша власть органдары, етәкселек ниндәй юл участкаһы, зыян күргән майҙан һәм нисә берәмек соҡор булғанын шунда уҡ күрә. Артабан юлға ыҫмала ҡоялар, уның өҫтөнә асфальт-бетон ҡатнашмаһы һа­лына, уны юл катогы тигеҙләй. Ошо эштәрҙе башҡарып бөткәс, юлдағы ямалған соҡорҙо фотоға төшөрөп, тағы ла системаға отчет һалалар. Ошо рейд барышында, юлды ремонтлауҙың барлыҡ этаптары менән танышҡандан һуң, бер соҡорҙо ямау өсөн күп ваҡыт сарыф ителгәнен аңланыҡ.
– Быйыл республика юлдарында со­ҡор­ҙар әҙерәк, сөнки былтыр беҙ был йүнәлештә ныҡлап эш­ләнек. Шулай уҡ көн­дәрҙең ҡапыл йылытыуы һәм юл­дарҙың кибеүе арҡаһында асфальт япмаһы ныҡ зыян күрмәне, – ти Илшат Флүр улы.


Юлсылар тырыша, әммә...


Атап әйткәндә, был юл участка­һында мастер Земфир Кәримов етәкселегендә икенсе бригада егеттәре эшләй ине.

– Быйыл соҡор ямауҙы ун көнгә иртә башланыҡ. Кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ, йәштәр килә. Тиҙҙән Өфө автотранспорт колледжының студенттары йәлеп ителәсәк. Линияла техника туҡтап тормай, хатта шәмбе көндәрендә лә сығабыҙ. Әле был участкала биш кешенең ҡул көсө ҡулланылһа, ҡалған туғыҙ эшсе техникаға йәлеп ителгән. Беҙҙең беренсе бригада “М5” юлында эшләй, – ти мастер.
Земфир Рәшит улы сығышы менән Кушнаренко районынан. Ул барлыҡ ғүмерен ошо юл эшенә бағышлаған: Өфө автотранспорт техникумын тамамлағас, 1983 йылдан хеҙмәт юлын башлаған.
– Юл төҙөүҙең барлыҡ нескә­лектәрен беләм. Әле юл ямаһаҡ, йәйен асфальт юл түшәүгә тотона­саҡбыҙ. Беҙгә 15 июнгә тиклем бөтә төр соҡор ямау эштәрен та­мам­ларға ҡуштылар. Уға тиклем үк ҡалмаҫбыҙ тип уйлайым. Беҙҙең икенсе бригада бөтәһе 200 километр оҙонлоғон­дағы юлдарҙы хеҙмәтләндерә, – ти Земфир Кәримов.
Ысынлап та, бөгөн юл хеҙмәт­кәрҙәренә оло бурыстар ҡуйыла. Улар ҙа һынатмай, әммә ошо рейд барышында күңелде ҡырған күренеш тә күҙгә салынды. Ул – автомобиль хужаларының кеше хеҙмә­тенә һәм хәүефһеҙлегенә яуапһыҙ ҡарауы. Йәғни юлдан үткән автомобиль хужалары юлда ремонт эштәре барғанын иҫкәрткән махсус билдәләр ҡуйылғанын күрһә лә, тиҙлектәрен кәметмәй, бер-береһенә юл бирергә ашыҡмай. Шулай итеп, водителдәр үҙҙәренең генә түгел, ә шунда эшләп йөрөгән юлсыларҙың да ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Беҙҙең күҙ алдында бер нисә автомобиль бәрелешә яҙҙы. Был осраҡта “Насар юлдар, әллә яуапһыҙ водителдәр авария­ларға сәбәпсеме?” тигән һорау тыуа.
Читайте нас