2021 йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса, Башҡортостанда сафҡа индерелгән торлаҡ күләме былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 12 процентҡа артҡан. Ғинуарҙан алып мартҡа тиклем дөйөм майҙаны 694,6 мең квадрат метрлыҡ 9588 фатир файҙаланыуға тапшырылған.
Быйыл тәүге кварталда финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн тәғәйенләнгән ер участкаларында һалынған торлаҡ йорттарҙы ла иҫәпкә алып, 421,4 мең квадрат метр сафҡа индерелгән.
Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында республика был күрһәткес буйынса – етенсе, ә Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Стимул” федераль программаһына ярашлы, 2021 – 2023 йылдарҙа Башҡортостан бюджетына һигеҙ инженерлыҡ инфраструктураһы объекты төҙөүгә һәм Өфө, Сәтрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский, Салауат ҡалаларында 17 автомобиль юлы һалыуға 8,3 миллиард һум йүнәлтелә.
Фото: building.bashkortostan.ru/presscenter/news/361579/