Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов менән уның урынбаҫары Ирек Сураҡов эш сәфәре менән республиканың көньяҡ райондарында булды. Етәкселәр Көйөргәҙе, Күгәрсен, Мәләүездәге ҡайһы бер хужалыҡтарҙа эш барышы менән танышты.
Мәләүез районында Илшат Фәзрахманов Салауат исемендәге хужалыҡта яңы алынған агрегатты, сәсеүлектәрҙе ҡарап сыҡты, тип хәбәр итә “Көнгәк” гәзите хәбәрсеһе Әҡлимә Имамова.
Хужалыҡтың сәсеүлек майҙаны ярайһы уҡ күләмле. Бөгөнгә унда 4800 гектар ер дым менән ҡаплатылған, 220 гектарҙа бер йыллыҡ культуралар сәселгән. Арпа (160 гектар), һоло (100 гектар), борсаҡ (40 гектар) сәсеү ҙә йылдам бара. Сөгөлдөр культураһына 300 гектар майҙан бүленгән.
Шулай уҡ Һабаш фермаһы торошо, тәүлек һауым күләме менән ҡыҙыҡһынды министр. Әле унда гольштин тоҡомло 950 баш һыйыр малы иҫәпләнә, шуларҙың 500-ө - һауын һыйырҙары. Киләсәктә һабаштар таналарҙың һанын арттырырға ниәтләй: Ленинград өлкәһенән 35 баш мал һатып алғандар. Көндәлек һауым 7,5 мең тонна тәшкил итә. Продукция Мәләүез һөт-консерва комбинатына тапшырыла.
Министр шәкәр сөгөлдөрө үҫтерелгән “Старт” крәҫтиән (фермер) хужалығында ла булды. Алдынғы ҡарашлы, юғары ойоштороу һәләтенә эйә фермер Илдус Шәрипов яҙғы сәсеү кампанияһына тулыһынса әҙер. Орлоҡ, ашламалар, яғыулыҡ материалы ваҡытында алынған. Илшат Фәзрахманов хужалыҡта агротехник сараларҙың үтәлешенә яуаплы ҡарауҙарын ыңғай баһаланы.
Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы сайты.