Иҡтисад
26 Апрель 2021, 11:15

Илдәге икенсе завод буласаҡ

Башҡортостан Рәсәйҙә аҡ цемент етештереү буйынса икенсе заводтың сафҡа инеүенә әҙерләнә.

Башҡортостан Рәсәйҙә аҡ цемент етештереү буйынса икенсе заводтың сафҡа инеүенә әҙерләнә.
Был хаҡта һүҙ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың Әбйәлил районындағы “Цемикс” компанияһы биләмәһендә төҙөлгән ҡоро төҙөлөш ҡушылмалар етештереү буйынса заводына эш сәфәре ваҡытында булды. Премьер-министр “Ласселсбергер” компанияһы инвестиция проектының Башҡортостан ғына түгел, тотош ил өсөн мөһимлеген һәм мотлаҡ икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– “Цемикс” – уникаль предприятие. Бында етештереләсәк аҡ цемент ремонтлау һәм биҙәкләү буйынса баҙарҙы яңы кимәлгә сығарасаҡ, - тине Андрей Назаров һәм завод продукцияһының тышҡы баҙарға ла сығарыласағы хаҡында әйтте. Ул шулай уҡ республика Хөкүмәтенең заводты файҙаланыуға тапшырыу – инженер һәм транспорт инфраструктуралары объекттары төҙөлөшө, электр менән тәьмин итеү, санитария зоналарын ойоштороу менән бәйле мәсьәләләрҙең даими контролдә тотоуы хаҡында әйтте.
Завод аҡ цементтың һынау партияһын 2021 йылдың майында сығарыр, ә августан тулы ҡеүәтенә эшләй башлар тип планлаштырыла.
Читайте нас