Иҡтисад
26 Апрель 2021, 07:20

Сәсеү башланды

Быйыл ул нисек үтер?

Яҙҙың иң мөһим кампанияһы – сәсеү башланды. Быйыл ул нисек булыр, күпме сәселер? Былар тураһында бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйләне.
Уның белдереүенсә, быйыл ауыл хужалығы эшсәндәре тарафынан 2 миллион 14 мең гектарҙа яҙғы культуралар сәселәсәк. Эштәр төрлө сроктарҙа алып барыласаҡ: иртә, уртаса һәм һуң. Был үҫентеләрҙең һауа торошо тәьҫире арҡаһында һәләк булмауы өсөн кәрәк.
Бөгөнгө көнгә ҡарата яҙғы сәсеүҙә 23 район ҡатнаша. 12,6 мең гектар ер сәселгән, уларҙың 10,5 мең гектары – яҙғы культуралар. Быйылғы йыл уңышы өсөн сәселгән ужым майҙаны 418,4 мең гектар тәшкил итә. Уның 187 мең гектары ужым арышы, 221 мең гектары ужым бойҙайы.
Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, тикшереүҙәр һөҙөмтәһе буйынса, сәселгән майҙандарҙың 93 проценты йәки 390 мең гектары һәйбәт һәм ҡәнәғәтләндерерлек хәлдә. 7 процент йәки 29 мең гектар – насар хәлдә.
– Юғары уңышты тәьмин итеүҙең төп факторы булып һәр ваҡыттағыса минераль ашламалар тора. Бөгөнгә ҡарата пландан 89 процент йәки 71 мең тонна ашлама йыйылған. Был былтырғы йылдың кимәле менән сағыштырғанда 130 процент тәшкилә итә, – тине ул.
Дөйөм алғанда, Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, яҙғы сәсеү эштәре республикала тейешле ваҡытта башланды һәм дауам итә.
Фото: srgazeta.ru
Читайте нас