25 апрелдә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров эш сәфәре менән Сибайҙа булды.
Эш сәфәре программаһына ярашлы, “Төйәләҫ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етештереү майҙансығын ҡарау һәм Сибай ярыммарафонында ҡатнашыу ине.
Төйәләҫ ятҡылығын ҡарағанда Андрей Назаров республика Хөкүмәте алдында Урал аръяғында яңы етештереүҙе булдырыу хаҡындағы мәсьәләнең ҡуйылыуы хаҡында әйтте. Планлаштырылыуынса, был эзбизташ ятҡылығы Башҡорт сода компанияһын сеймал менән тәьмин итәсәк. Әлеге ваҡытта был проект эшләнә.
– Бында беҙҙең тарафтан масштаблы проект планлаштырылған. Маҡсат – Башҡорт сода компанияһына 40 – 50 йылға сеймал базаһын алыу мөмкинлеген биреү. Шул уҡ ваҡытта маҡсатыбыҙ - Урал аръяғының яңы етештереүен булдырыу. Республика Башлығы Радий Фәрит улы Урал аръяғы үҫеше буйынса яңы программаны барлыҡҡа килтереү һәм раҫлау мәсьәләһен ҡуйҙы, - тине Премьер-министр.
Уның белдереүенсә, карьер эшенең 90 проценты Башҡорт сода компанияһы өсөн сеймал ташыуға йүнәлтеләсәк. Ошо сәбәпле, Башҡорт сода компанияһы өсөн кәрәкле фракцияны бүлеү етештереүе буласаҡ. Ташыу заманлаштырыласаҡ, автоматлаштырыласаҡ. Беренсе состав июндә китер тип планлаштырыла. Башҡорт сода компанияһына ла ошондай сеймалды ҡабул итеү, эзбезташты автоматик бушатыу мәсьәләһе ҡуйылған.
Андрей Назаров был предприятиеның Сибай өсөн мөһим икәнлеге хаҡында әйтте.
Ошо уҡ көндө Андрей Назаров Сибай Аструмы бишенсе юбилей ярыммарафонында ҡатнашты. Был – Bashrun серияһының беренсе йүгереүе. Ул 1 меңдән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы. Улар араһында билдәле спортсылар, сәйәсмәндәр, артистар, журналистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре бар ине.
Старт алдынан Андрей Назаров спорт сараһы ҡунаҡтары менән бергә “Башҡортостан” экологик акцияла ҡатнашты. Сара сиктәрендә Салауат скверында 82 шыршы ултыртылды.